Иман
27 Августа , 19:10

Балаларығыҙҙы уҡырға оҙатаһығыҙмы?

Ошо доғаларҙы уҡығыҙ.

Балаларығыҙҙы уҡырға оҙатаһығыҙмы?Балаларығыҙҙы уҡырға оҙатаһығыҙмы?
Балаларығыҙҙы уҡырға оҙатаһығыҙмы?
Иншаллаһ, тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Күптәрегеҙ балаларын ҡырға уҡырға оҙатыу мәшәҡәттәре менән мәшғүлдер. Йәштәрҙең һәммәһенә лә изге юл, белем алыуҙа уңыштар теләйбеҙ һәм кәрәкле доғалар тәҡдим итәбеҙ.
* Бала уҡырға киткәндә уҡый торған доға
"Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри".
Мәғәнәһе:
"Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эште хәйерле итеп тамамларға насип ит!"
 
* Юлға сыҡҡанда уҡый торған доға
"Аллаһүмә иләйкә тәүәжжәһтү үә бикәғтә самтү, Аллаһүммә әкфини мә әһәммәни үәмә ләә әһәммү ләһү. Аллаһүмә зәүднит үәғфирли ҙәмби үә үәжжәһни лилхайри әйнә мә тәүәжжәһтү".
Мәғәнәһе:
"Эй, Аллам! Һиңә йүнәлдем, Һиңә һыйындым. Эй, Аллам! Шикле һәм шикһеҙ нәмәләрҙә миңә таяныс бул. Һиңә ғибәҙәттәр ҡылып, рухым нығынһын, Хоҙай Тәғәләм. Гонаһтарымды ғәфү ит һәм, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине һәр ваҡыт хәйерле эштәргә йүнәлт, Раббым”.
Фотола: Шишмә районының Келәш ауылы мәсете.
Автор фотоһы.
 
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас