Иман
29 Августа , 18:48

ӘСӘЛӘР ДОҒАҺЫ

Балаларыма яҡшы тәрбиә һәм һөйөү мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, ғүмеремдең аҙағына тиклем яҡшы әсәй булырға насип ит!

ӘСӘЛӘР ДОҒАҺЫӘСӘЛӘР ДОҒАҺЫ
ӘСӘЛӘР ДОҒАҺЫ

Йә, Раббым! Рәхмәтең менән миңә балалар бирҙең. Балаларыма яҡшы тәрбиә һәм һөйөү мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, ғүмеремдең аҙағына тиклем яҡшы әсәй булырға насип ит! Ҡәлбемде балаларыма ҡарата шәфҡәт, мәрхәмәт һәм һөйөү менән тултыр. Балаларыма изге ғәмәлдәр ҡылырлыҡ, Һинең алдыңдағы ғибәҙәттәрен һәм бурыстарын үтәрлек күңел, рух һәм тән сәләмәтлеген Һин биргән саф хәлендә һаҡлап ҡалырға ярҙам ит. Раббым, балаларымдан да, минән дә риза бул.

Йә, Раббым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, сөнки сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Балаларыма ҡарата булған һөйөүем, шәфҡәтем һәм иғтибарым аша уларҙың күңелендә лә миңә ҡарата һөйөү, хөрмәт һәм ихтирам уят.

Балаларымдың күңелдәрен рәнйетмәйенсә, хистәрен саф килеш һаҡлап ҡалыу өсөн, уларға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ мөнәсәбәттә булырға насип ит. Балаларыбыҙ һәр ваҡыт күҙҙәребеҙҙең нуры булһын.

Йә, Раббым! Рәхмәтең менән ир-егеттәребеҙгә иманлы, саф нәҫелдән булған мосолман ҡатындарын насип ит. Ҡыҙҙарыбыҙға иманлы, күркәм холоҡло, ғаиләһен хәстәрләүсе, бала һәм ҡатын хаҡын үтәүсе мосолман ирҙәрен насип ит.

Йә, Раббым! Рәхмәтең менән Ҡиәмәт көнөнә тиклем нәҫелебеҙҙе тоғро юлда тот. Кешеләр араһында ҡәҙерле, күркәм ҡолдарыңдан булырға насип ит. Әхлағыбыҙҙы һәм нәҫелебеҙҙең сафлығын һаҡла. Ҡиәмәт көнөндә балаларыбыҙҙы беҙҙең өсөн шәфәғәтсе ит һәм уларҙың шәфәғәтен ҡабул ит.

Йә, мәрхәмәтлеләрҙең Мәрхәмәтлеһе! Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең менән була. Доғаларымды ҡабул ит! Әмин!

Йә, Раббым! Һин һәр йән эйәһенә ризыҡ биреүсе! Рәхмәтең менән балаларымды хәләл ризыҡ менән туҡланыусыларҙан ит, матди һәм рухи мәсьәләләрҙә хәләл менән харамды айыра белергә насип ит.

Йә, Раббым! Һин — Ғилем биреүсе! Балаларымда файҙалы ғилем алырға теләк уят, уларҙы хәйерле ғәмәлдәр ҡылырға һәләтле ит. Яманлыҡ һәм яуызлыҡ таратыусылар менән бергә булыуҙан ҡурҡыу тойғоһо тәрбиәлә. Уларҙы боҙоҡлоҡтан, насар һүҙҙәрҙән һәм ғәйбәт һөйләүҙән һаҡла. Насар өлгөгә эйәреп, тоғро юлдан тайпылыуҙан һаҡла.

Балаларыма яҡшы өлгө булырға насип ит. Балаларымдың хаталарын дөрөҫ төҙәтергә, уларҙы аҙашыуҙан һаҡларға ярҙам ит.

Йә, Раббым! Һин — Ғәфү итеүсе! Үҙ рәхмәтең менән балаларымдың тормошона уңыштар бир, уларҙы аслыҡтан һәм хәйерселек хәленән һаҡла. Мәңгелек бәхеткә ирешеү өсөн кәрәк булған һәр нәмәне уларға бир. Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарын ғәфү ит, мәрхәмәтле бул. Яңылышҡан һәм аҙашҡан саҡтарында күңелдәрен тәүбәгә йүнәлт.

Аллаһы Тәғәләм! Балаларымды һәр төрлө яуызлыҡтан һәм насарлыҡтан, бысраҡ нәмәләрҙән һәм яман кешеләрҙән һаҡла. Фәрештәләреңде уларға юлдаш ит. Ғүмерҙәренең аҙағына тиклем аманлыҡта һәм именлектә тот.

Йә, Раббым! Рахман һәм Рәхим булған Аллаһым! Балаларым өсөн һөйөнөп йәшәргә насип ит. Уларҙы тормошома йәм һәм тәм биреүсе, ҡартлығымда таянысым ит. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күрергә насип ит. Ҡиәмәт көнөнә тиклем нәҫелдәренә именлек бир.

Йә, Раббым! Һин — Барлыҡҡа килтереүсе һәм барлыҡ ҡолдарыңды һаҡлаусы! Балаларымды күҙ тейеүҙән, сихыр һәм боҙом зәхмәтенән, һаңғыраулыҡтан, һуҡырлыҡтан, телһеҙлектән, аҡылһыҙлыҡтан, бәлә-ҡазаларҙан һәм ауыр сирҙәрҙән һаҡла.

Уларҙы ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, тар һәм ҡаты күңелле булыуҙан һәм башҡа насар холоҡтарҙан һаҡла. Уларҙы ике донъя бәхетенә ирештер. Мәрхәмәтең менән балаларымды Йәһәннәм утынан ҡотҡар.

Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең менән була! Доғаларымды ҡабул ит. Әмин!

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы бул" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас