Иман
29 Августа , 00:15

Әсә теләктәре

Балаҡайҙарыбыҙҙы яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, яман кешенән, яман уйҙарҙан йыраҡ ҡыл, ҡазаларҙан һаҡла!

Әсә теләктәреӘсә теләктәре
Әсә теләктәре

“Эй Хоҙайым-мәүләм, балаҡайҙарыма һаулыҡ, тәүфиҡ, оҙон ғүмер, барлыҡ-байлыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ, күңел тыныслығы бир!

Яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, яман кешенән, яман уйҙарҙан йыраҡ ҡыл! Ут ҡазаһынан, һыу ҡазаһынын үҙең һаҡла, үҙең яҡла! Йөрөгән юлдарын уң итеп, Хызыр Ильясты юлдаш ит!

Уҡыуҙарында — зиһендәрен, эштәрендә уңыштарын арттыр, тел асҡыстары бир; уҡытыусыларының, хужаларының күңеленә миһырбанлыҡ һал!

Ваҡытында Аллаһтан ҡурҡҡанын, бәндәнән оялғанын тап итеп, парлы ғүмерҙәрҙә аҡыллы балалар үҫтереп, ҡарт көнөбөҙҙә беҙгә терәк булырға насип ит, Хоҙайым-мәүләм!”

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас