Иман
31 Августа , 20:09

Боҙом арҡаһында ауырыған кешеләргә

Сихырҙы яндыра торған доғалар.

Боҙом арҡаһында ауырыған кешеләргәБоҙом арҡаһында ауырыған кешеләргә
Боҙом арҡаһында ауырыған кешеләргә

Әл-Бохари риүәйәт итеүенсә, Ғәйшә, Аллаһ унан риза булһын, былай тигән:

«Аллаһ Рәсүле ﷺ йоҡларға ятыр алдынан “Ихлас”, “Фәләҡ” һәм “Нәс” сүрәләрен уҡып, устарына еңелсә өрөр ине. Шунан һуң шул ҡулдары менән битен һәм кәүҙәһенең ҡулы еткән урындарын һыпырып сығыр ине».

Шулай уҡ Ғәйшә: «Әгәр уның берәй ере ауыртһа, миңә лә шулай эшләргә ҡуша ине», — тигән.

Пәйғәмбәр ﷺ ауырыған саҡта, уның янына Ябраил килеп, түбәндәге доғаны уҡып өшкөргән:

«Бисмил-Ләәһи юбриикә, вә мин күлли дәәин йәшфиикә, вә мин шәрри хәәсидин изәә хәсәд, вә мин шәрри күлли зии ғайн».

Мәғәнәһе:

«Һине һауыҡтырыусы, һәр төрлө сирҙән шифа биреүсе, һәр көнсөлдөң яуызлығынан һәм күҙ тейеүҙән һаҡлаусы Аллаһ исеме менән һиңә шифа һорайым».

Әбү Сәғидтең икенсе хәдисенән билдәле булыуынса, Ябраил Пәйғәмбәрҙе ﷺ тағы ла ошо доға менән өшкөргән:

«Бисмил-Ләәһи әрҡыйкә мин күлли шәйин юъҙиикә, мин шәрри күлли нәфсин әү ғәйнин хәәсид. Аллаһу йәшфиикә, бисмил-Ләәһи әрҡыйкә».

Мәғәнәһе:

«Һиңә зыян килтереүсе һәр нәмәнән, һәр яуыз йәндең зарарынан һәм көнсөл кешенең күҙ тейеүенән Аллаһтың һаҡлауын һорайым. Аллаһ һиңә шифа бирһен. Аллаһ исеме менән һине өшкөрәм».

Пәйғәмбәр ﷺ берәй еребеҙ ауыртһа, ауыртҡан урынға ҡулды ҡуйып, өс тапҡыр «Бисмилләһ» тип әйтергә, унан һуң ете тапҡыр түбәндәге доғаны уҡырға ҡушҡан:

«Әғүүҙү бил-Ләәһи вә ҡудратиһи мин шәрри мәә әжиду вә ухәәҙир».

Мәғәнәһе:

«Тойған ауыртыуымдан һәм ҡурҡҡан нәмәмдән Аллаһҡа һәм Уның ҡөҙрәтенә һыйынам».

Берәй яңы урынға туҡтағанда — өйҙә булһынмы йәки башҡа урындамы — түбәндәге доғаны уҡыһаҡ, ул урындан киткәнгә тиклем, Аллаһтың ихтыяры менән, бер нәмәнең дә зарары теймәҫ:

«Әғүүҙү бикәлимәәтил-Ләәһит-тәәммәәти мин шәрри мәә халаҡ».

Мәғәнәһе:

«Аллаһтың камил һүҙҙәре менән Ул барлыҡҡа килтергән бөтә нәмәләрҙең яуызлығынан һыйынам».

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы бул!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас