Иман
1 Сентября , 18:46

Борсолоуҙы нисек еңергә?

Донъяла барған ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Барыбыҙ ҙа борсолоу, ҡурҡыу хистәре кисерәбеҙ. Нимә эшләргә? Был хистәрҙән нисек арынырға?

Борсолоуҙы нисек еңергә?Борсолоуҙы нисек еңергә?
Борсолоуҙы нисек еңергә?

Донъяла барған ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Барыбыҙ ҙа борсолоу, ҡурҡыу хистәре кисерәбеҙ. ⠀

Нимә эшләргә? Был хистәрҙән нисек арынырға?

Әгәр күңел төшөнкөлөгө, борсолоу тойһағыҙ, «Аят әл-Көрси», шулай уҡ «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡығыҙ. ⠀

«Аят әл-Көрси»

اللَّـهُ لَا إِلَـٰهَ إِلَّا هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ لَا تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلَا نَوْمٌ لَّهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ مَن ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِندَهُ إِلَّا بِإِذْنِهِ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ وَلَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِّنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ وَلَا يَئُودُهُ حِفْظُهُمَا وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ ﴿٢٥٥﴾ ⠀

Әллааһү ләә иләәһә илләә һүүәл-хәййүл-ҡаййүүм. Ләә тәъхузүһүү синәтү-үә ләә нәүүм. Ләһүү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-ард. Мәң зәлләзии йәшфәғү ғиндәһүү илләә би-изниһ. Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм. Үә ләә йүхиитуунә бишәй-им мин ғилмиһии илләә бимәә шәә. Үәсиға күрсиййүһүс-сәмәәүәәти үәл-ард. Үә ләә йә-үүдүһүү хифзуһүмәә. Үә һүәл-ғалиййүл-ғазыым.

«Әл-Бәҡара / Һыйыр» сүрәһе, 2:255 ⠀

Мәғәнәһе:

Аллаһ — Унан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ. Ул — Мәңге Тере һәм барлыҡты тотоп тороусы. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай. Күктәрҙә һәм ерҙә булған бөтә нәмә — Уныҡы.

Уның рөхсәтенән тыш, Уның алдында кем шәфәғәт ҡыла алыр? Ул кешеләрҙең алдарында нимә булғанын да, арттарында нимә булғанын да белә. Ә улар Уның ғилеменән Ул теләгәненән башҡа бер нәмәне лә белә алмайҙар.

Уның Көрсие күктәрҙе һәм ерҙе солғап алған. Уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел.

Ул — Бөйөк, Олуғ.

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас