

Бик бай бер әбейҙең өс ҡыҙы була. Үлер ваҡыты еткәс, ул ҡыҙҙарын саҡырып хат яҙа:
— Ҡыҙҙарым! Үлер ваҡытым етеп килә. Донъялағы иң тәмле ризыҡтарҙы ашағым килә!
Оло ҡыҙы төрлө-төрлө ризыҡтар тейәп килеп тә етә. Нимә генә юҡ! Барыһы ла иҫ киткес тәмле. Әбейҙең күңеле була.
Икенсе көндө уртансы ҡыҙы ла тәмле-татлы күстәнәстәр менән килеп етә.
Ә төпсөк ҡыҙын өс көн көтәләр — юҡ та юҡ...
Әбей баш осонда һаҡлаған бөтә аҡсаһын, алтындарын сығара ла:
— Ҡыҙҙарым, рәхмәт! Күңелемде күрҙегеҙ. Бына ошо байлығымды икегеҙгә тигеҙ итеп бүлеп алығыҙ!
Ҡыҙҙары ҡыуанышып, байлыҡты бүлешеп алып, ҡайтып китәләр.
Әбей инде күҙҙәрен йомоп, "яҡты донъя менән хушлашыр ваҡыт етте", тип ятҡанда, төпсөк ҡыҙы килеп инә:
— Их, әсәйем! Зинһар, үлмә! Мин һинең өсөн Мәккәнән Зәм-зәм шишмәһенең изге һыуын алып ҡайттым!
Ҡыҙы әсәһенә Зәм-зәм һыуын эсерә, уны йыуындыра. Әбейгә хәл ингәс, ул һандығынан Ҡөрьән китабын алып, төпсөк ҡыҙына бирә:
— Ҡыҙым, аҡса менән байлыҡ — ул донъя малы ғына. Уның ғүмере ҡыҫҡа. Ә һиңә мин күңелемдең иң ҙур байлығын бүләк итәм! Һин алып ҡайтҡан ниғмәт — иң татлыһы ла, иң шифалыһы ла! Рәхмәт һиңә! Ҡөрьән уҡы! Аллаһҡа таян! Шул саҡта һин иң бай кеше булырһың!
Әлбиттә, Аллаһҡа таянып йәшәйек, Ҡөрьән ҡушҡанса изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ, гонаһлы эштәрҙән һаҡланайыҡ!
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.