Иман
5 Сентября , 15:30

Өләсәй, һиңә бынау бабайҙы индереп китәм...

Тине  яңы йүнләп һөйләшә башлаған ейәнем. Шул төндә әллә ниндәй ҡурҡыныс хәлдәр булып бөттө ул...

Өләсәй, һиңә бынау бабайҙы индереп китәм...Өләсәй, һиңә бынау бабайҙы индереп китәм...
Өләсәй, һиңә бынау бабайҙы индереп китәм...

Был хәлде күршем һөйләгәйне. Ул студент ҡыҙы менән икәүҙән-икәү йәшәй. Улы кәләше менән айырым торалар, 4 йәшлек улдары үҫеп килә.

-Бер көндө балалар беҙҙә булдылар ҙа һуң ғына ҡайтырға йыйындылар. Тыштан ишекте ябыр саҡта ейәнем ҡапыл ғына бышын тыҡты ла: “Өләсәй, бынау бәләкәй генә бабайҙы һиңә индереп китәм әле”, тип мут ҡына йылмайып һауаны ҡулы менән эскә табан этәрҙе. Уның ыңғайына мин дә шаярған булып: ”Индер-индер, беҙгә иптәш булыр”, тинем.

…Был төндә мин бөтөнләй йоҡламаған кеүек булдым. Төн уртаһы еткәс, аш бүлмәһендә ҡысҡырып һөйләшкән ир тауыштары ишетелде. Был нимә булды әле тип сығып ҡараһам, унда ике ир - береһе яурынына тиклем үҫкән ерән сәсле бәләкәй генә ҡарт бабай, икенсеһе оҙон ҡара сәсле йәш ир табын ҡороп, эсеп ултыралар. “Һеҙ кем ул, ниңә бында ултыраһығыҙ?” - тип берәүһен ишеккә табан һөйрәкләй башланым. Ул ҡарыша, икенсеһе уны яҡлаша, кирегә тарта. Ул арала ҡыҙым килеп сыҡты.  ”Әсәй, кемдәр ул?”- тип ул да аптырай. Сит әҙәмдәрҙән ҡурҡып йөрәк дерелдәп тора, уның һуҡҡаны яңғырап ишетелгән кеүек. Бәләкәс ерән ҡартты икебеҙ ике яғынан ҡултыҡлап шарылдата-шарылдата ишеккә табан һөйрәнек. Ул кирегә ынтыла, ишек яңағына йәбешкән ҡулдарын көскә ысҡындырап саҡ-саҡ сығарып ебәрҙек тегене. Ул бының менән риза булмай, ишекте теге яҡтан дөмбәҫләй, аяҡтары менән тибә. Әйҙә, тегенеһен дә сығарып ебәрәйек тип ҡараһаҡ, икенсеһе үҙенән-үҙе юҡ булған. Ә ерәне төнө буйы ишекте шаҡып сыҡты.

Был һаташыуҙан иртән арып-талсығып килеп торҙом. Баш, бөтә тән ауырта. Торғас, кухняны сығып ҡарай һалдым: унда бер үҙгәреш тә юҡ тип әйтер инем, өҫтәлдең ябыуы ҡыйшайып һәленеп тора... Ҡыҙым да йүнләп йоҡлай алмаған икән.

Икенсе төндә лә икебеҙ ҙә һаташып тыныс йоҡлай алманыҡ. Өсөнсө көнөнә улым ейәнем менән килеп киттеләр. Сығыр саҡтарында: “Илһам, теге бабайыңды алып сыҡ, беҙҙе йоҡлатмай йөрөнө”, тинем. Ул минең аша ҡарап торҙо ла: ”Әйҙә, бабай, сыҡ”, тип ҡулы менән саҡырҙы. Үҙе йылмая.

Ысынлап алып сыҡҡандыр инде берәйһен, күҙгә күренмәгән йән эйәһен тип әйтәйемме икән, шунан тынысҡа ҡалдыҡ. Бына шундай хәлдәр ҙә була икән. Кеше ышанмаҫтай. Бәләкәй балалар параллель донъялағы заттарҙы ла күрә ахыры… - тип тамамланы күршем һүҙен.

Һеҙ был хәлгә ҡарата ни әйтерһегеҙ? Комментарийҙар яҙығыҙ, дуҫтар!

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас