

Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра.
Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа.
Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.
Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең холоҡ-фиғеле.
Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
Саҙаҡа хата-гонаһтарҙы юя.
Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә өлгәшеүгә бер сәбәп.
Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.
Һәр изге ғәмәл саҙаҡа була ала. Мәҫәлән, яңы ғына бешкән йылы икмәк менән кемделер һыйлау ҙа - ҙур сауап һәм саҙаҡа ул.
«Ваҡыт» гәзитенән.
Г. Яҡшығолова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!