

Аллаһым! Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙаң һаҡла, ярҙамыңдан ташлама!
Был ваҡытта уҡылырға мөмкин булған бер нисә доға бар.
Автомобильгә ултырып киткәндә, йә иһә үҙең руль артына ултырғанда, "БИСМИЛЛӘӘҺ..." әйтелер;
"АЯТЕЛ-КӨРСИ" – 3, 5 йә иһә 7 мәртәбә уҡылыр һәм урындан ҡуҙғалып кителер.
Пәйгамбәребез (с.г.в.) юлға сыҡҡанда шулай доға ҡылған :
🤲 اللَّهُمَّ إِلَيْكَ تَوَجَّهْتُ وَبِكَ اعْتَصَمْتُ. اللَّهُمَّ اكْفِنِى مَا أَهَمَّنِى وَمَا لَآ أَهْتَمُّ لَهُ. اللَّهُمَّ زَوِّدْنِى التَّقْوَى وَاغْفِرْ لِى ذَنْبِى وَوَجِّهْنِى لِلْخَيْرِ أَيْنَ مَا تَوَجَّهْتُ.
🤲 ӘЛЛААҺҮММӘ ИЛӘЙКӘ ТӘҮӘҖҖӘҺТҮ ҮӘ БИКӘГъТӘСАМТҮ. ӘЛЛААҺҮММӘ ӘКФИНИИ МӘӘ ӘҺӘММӘНИИ ҮӘ МӘӘ ЛӘӘ ӘҺТӘММҮ ЛӘӘҺҮ. ӘЛЛААҺҮММӘ ЗӘҮҮИДЕНИТ- ТӘКоҮӘ ФӘГЪФИР ЛИИ ЗӘНБИИ ҮӘ ҮӘҖҖИҺНИИ ЛИЛ-ХАЙРИ ӘЙНӘ МӘӘ ТӘҮӘҖҖӘҺТҮ. – /Һиңә йүнәлдем, Һиңә һыйындым.
Йә Аллаһ! Шикле лә, шикһеҙ ҙә булған һәр нәмәлә Һин миңә таяныс бул. Тәҡүәлекте миңә ризыҡ ит. Йәғни, Һиңә ғибәҙәт ҡылып, күңелемде һәм рухымды байытырға насип әйлә. Гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына барһам да, мине һәр ваҡыт изге эштәргә йүнәлт, йә Раббым!
«Бисмилләһ»тән һуң:
سُبْحَانَ الَّذِى سَخَّرَ لَنَا هَذَا وَمَا كُنَّا لَهُ مُقْرِنِينَ
«Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күннәә ләһүү мүҡриниин».
Тәржемәһе:
«Был йөрөү сараһын беҙгә хеҙмәт иттергән Аллаһ бөтә кәмселектәрҙән пак. Әгәр Ул булмаһа, беҙ быға көс тә, мөмкинлек тә таба алмаҫ инек.»
Артабан:
🤲 «Әлхәмдүлилләһ» – 3 тапҡыр.
🤲 «Аллаһу Әкбәр» – 3 тапҡыр.
Шунан һуң:
سُبْحَانَكَ إِنِّى ظَلَمْتُ نَفْسِى فَاغْفِرْ لِى إِنَّهُ لَا يَغْفِرُ الذُّنُوبَ إِلَّا أَنْتَ
«Сүбхәәнәкә иннии заләмтү нәфсии фәғфир лии, иннәһүү ләә йәғфирүз-зүнүүбә илләә әнт».
Тәржемәһе:
«Йә Аллаһ! Һине маҡтайым. Мин үҙ-үҙемә золом ҡылдым. Мине ғәфү ит, сөнки гонаһтарҙы Һинән башҡа бер кем дә ғәфү итә алмай.»
🚗 Шофёрҙар өсөн машинала йөрөтә торған доғалар
📖 «Аятүл-Көрси»
🛣️ Юл доғаһы
🤲 «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә Раббинәә ләмүнҡалибүүн.»
🤲 «Бисмилләһи мәжрәһәә үә мүрсәһәә, иннә Раббии ләғафүүрур-рахиим.»
Тәржемәһе:
*«Йә Аллаһ! Һинең исемең менән юлға сығам. Һиңә биргән һаулығым һәм эшем өсөн шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлдаштарымды бөтә бәлә-ҡазаларҙан һәм хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ күп булһа ла, беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ урыныбыҙға иҫән-һау барып етергә насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма. Кире ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе имен-аман, ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һәр нәмәгә көсөң етә, йә Аллаһ!»
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.