Иман
9 Сентября , 11:00

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!

“Дан бульвары ҡайҙа урынлашҡан?” тигән һорауға киләсәктә “Ғәлиә” мәҙрәсәһе яғында” тип яуап бирергә яҙһын – дини белем усағы киң билдәлегә әйләнһен.

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!

Ҡөрьәндә тәүге аят “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һүҙҙәрҙән башлана. Әл-хәмдү лил-ләһ, ошо аманатҡа ярашлы, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа дини белем алыуға дәүләт тарафынан да, йәмғиәт яғынан да ҙур иғтибар бүленә. Ошо аҙнала Өфө ҡалаһында “Ғәлиә” мәҙрәсәһе өсөн яңы бина асылыуы халҡыбыҙҙың хаҡ юлға ынтылышының тағы бер сағыу дәлиле, тарихыбыҙға тәрән уйылып ҡаласаҡ мөһим ваҡиға булды.

Билдәле булыуынса, Өфөлә 1998 йылда асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы менән бер ҡыйыҡ аҫтында, “өйҙәш” рәүешендә эшмәкәрлек алып бара ине. Шәкерттәрҙең йылдан-йыл арта барыуы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә дүрт йыллыҡ уҡыу ойошторолоуы яңы бинаға ихтыяжды көсәйтте.

– Был мәсьәлә республика Башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә булды. Әлеге бинаны тап ул тәҡдим итте, – тине “Ғәлиә” мәҙрәсәһен асыу тантанаһындағы сығышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин. – Бина беҙгә тапшырылғас, мөфтиәт, уҡыу йорто вәкилдәре, дин ҡәрҙәштәребеҙ, бағыусылар бергәләп ремонт эштәрен атҡарып сыҡтыҡ. Әл-хәмдү лил-ләһ, йыл ярым эсендә мәҙрәсә сафҡа инде. Бында күпме кеше уҡыясаҡ, улар үҙҙәре күпме ҡәрҙәшебеҙгә белем бирәсәк! Күңел – игенлек, унда изгелек орлоҡтары һәм ғилем нуры сәсергә кәрәк. Бергәләп тап ошо эш менән шөғөлләнәбеҙ бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен биналы итеүҙән тыш, әле Сибай ҡалаһында, Мәсетле районында дини-мәғрифәт проекттары тормошҡа ашырыла, уларҙы ла, иншаллаһ, ыңғай тамамларға насип итһен. Ошолай берҙәм көс менән алға барайыҡ, туҡтап ҡалмайыҡ.

Айнур Бирғәлин мәҙрәсә бинаһын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән ойоштороусыларға, һөнәр оҫталарына, проекттың партнерҙарына мөфтиәттең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирһен!” – тип теләне ул. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ла изге башланғысты тормошҡа ашырыуға тырышлыҡ һалған бағыусыларҙы бүләкләне. “Баш ҡалабыҙҙа барлыҡ милләт, конфессия вәкилдәре бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәй. Яңы учреждение ошо күркәм мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытыуға өлөш индергән үҙәккә әйләнһен. Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә дини-мәғрифәт усағы асылыуына бик шатбыҙ. Юғиһә, мәғлүм булыуынса, әле рухи-мәҙәни учреждениеларҙың күбеһе Киров районында урынлашҡан. “Ғәлиә” мәҙрәсәһе Орджоникидзе районының заманса үҫешенә үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныстабыҙ”, – тине Гөлләриә Ялсыҡаева.

– Дини учреждение урынлашҡан ерҙә тәртип тә көслөрәк була – быға аныҡ тәжрибәлә инанғанбыҙ, – тип раҫланы сығышында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев. – Был бинаның тәүҙә ниндәй хәлдә булғанын яҡшы хәтерләйем. Йыл ярым эсендә уны ошондай яҡшы, заманса торошҡа килтереүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт! Башҡортостан Башлығы, дәүләт власы был эштә ныҡ ярҙам итте. Һөҙөмтәлә, күрәһегеҙ, шәкерттәр өсөн бөтә уңайлыҡтар бар: яҡты, йылы аудиториялар, заманса ҡорамалдары булған спорт залдары, иркен ял, тамаша бүлмәләре, санитария-гигиена үҙәге һ.б. – һәммәһе лә юғары кимәлдә эшләнгән. Тырышып уҡырға ғына ҡала.

Руслан Дияс улы билдәләүенсә, бөгөн республикабыҙҙа ике меңдән ашыу кеше дини белем ала. Уларҙың өстән бер өлөшө тиерлек – Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы колледжда һәм мәҙрәсәлә. “Был ике мәғрифәт усағы, ғөмүмән, мосолман белем биреү өлкәһендә лидерҙар рәтендә. Республикабыҙҙа тотош дини мәғариф кластеры әүҙем үҫешә – быны башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ ҙа билдәләй”, – тине сығышында Руслан Ҡарамышев.

– Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының быйыл республика Мәғариф министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүе ҙур әһәмиәткә эйә – бергә башҡараһы эштәр алда әле, – тине совет рәйесе урынбаҫары. – Күреүегеҙсә, мәҙрәсәнең бинаһы ғына түгел, биләмәһе лә ҙур – заманса уңайлыҡтар булдырып, үҫәһе лә үҫәһе. Әйткәндәй, әле күптәр “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ҡайҙа ул?” тип һораһа, “Дан бульварында” тибеҙ. Киләсәктә иһә киреһенсә булһын: “Дан бульвары ҡайҙа урынлашҡан?” тигән һорауға “Ғәлиә” мәҙрәсәһе яғында” тип яуап бирергә яҙһын – дини белем усағының абруйы, даны артҡандан-артһын!

Тантанала Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы вәкилдәре, республика ҡалалары, райондары имам-мөхтәсибтәре һәм башҡалар сығыш яһап, мәҙрәсәгә уңышлы эшмәкәрлек, динебеҙгә тотороҡло үҫеш теләне.

Йәмил ХӘЛИРАХМАНОВ, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры:

– “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең төп бурысы – Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы иман йорттарына имам-хатиптар, шулай уҡ урындарҙағы мәсеттәр ҡарамағындағы башланғыс дини мәктәптәргә уҡытыусылар әҙерләү. Был эш әлегә ҡәҙәр ҙә уңышлы алып барылды, әммә шәкерттәр өсөн йәшәү шарттары уңайһыҙыраҡ – тығыҙ ине. Хәҙер, яңы бина асылғас, иншаллаһ, уртаҡ хеҙмәтебеҙ тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныс бирер тигән өмөттәбеҙ.

Айтуған ҠУЛАНЧИН, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның төрки һәм көнсығыш филологияһы кафедраһы мөдире:

– Белеүегеҙсә, хәҙер мәктәптәргә лә дин дәрестәре индерелә. Тимәк, ошондай уҡыу йорттарын күбәйтеү – заман ихтыяжы. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә диндең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тарихҡа баҡҡанда, Октябрь революцияһына тиклем беҙҙең Башҡортостан мәҙрәсәләргә иң бай төбәктәрҙең береһе булған. “Ғәлиә”, “Ғосманиә” һәм башҡа данлыҡлы дини белем усаҡтарыбыҙға илебеҙҙән генә түгел, тотош мосолман донъяһынан килеп уҡығандар. Мәҫәлән, әле БДПУ Ҡырғыҙстан менән тығыҙ эш алып бара, һәм шуны белдек: ҡырғыҙҙарҙың тәүге әлифбаһы Өфө мәҙрәсәһендә 1911 йылда яҙылып, баҫтырып сығарылған. Беҙҙең дини белем усаҡтарында ҡаҙаҡтарҙың да байтаҡ китабы әҙерләнеп донъя күргән.

Мәҙрәсәләр элек-электән зыялылар тәрбиәләнгән үҙәк булып торған. Әле ошоға әйләнеп ҡайтабыҙ. “Ғәлиә” кеүек мәғариф учреждениелары мосолман халҡын алға әйҙәгән, дөрөҫ юл күрһәткән белем һәм тәрбиә усағына әйләнер тип ышанабыҙ.

Исмәғил хәҙрәт ИБРАҺИМОВ, Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк ауылы имам-хатибы:

– Мин – “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең тәүге сығарылыш шәкерттәренең береһе. 2001 йылда 23 кеше уҡырға ингәйнек, шуларҙың 18-е тамамлап, тейешле документ алды. Әл-хәмдү лил-ләһ, остаздарыбыҙ бик яҡшы булды, файҙалы ғилем тупланыҡ. Хәҙер ошо белемде халҡыбыҙға таратабыҙ, йәштәребеҙҙе тәрбиәләйбеҙ, мәсеттәрҙә дин дәрестәре алып барабыҙ. Өммәтебеҙгә шундай үҫеш мөмкинлеге бирелгәне өсөн ҙур рәхмәт!

Хәҙер мәҙрәсәләргә йылдан-йыл күберәк кеше уҡырға килә, әл-хәмдү лил-ләһ. Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ, тиелгән бит динебеҙҙә. Ошо ынтылыш артабан тағы ла көсәйһен, иншаллаһ!

Тимур Хәбибуллин фотолары.

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
“Ғәлиә” мәҙрәсәһе асылды!
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас