Иман
14 Сентября , 19:01

Зыяндан һәм көтөлмәгән бәлә-ҡаҙанан һаҡланыу өсөн доға

Иртән һәм кисен ошо доғаны өс тапҡыр уҡыған Аллаһ ҡолона бер нәмә лә зыян килтермәҫ, тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зыяндан һәм көтөлмәгән бәлә-ҡаҙанан һаҡланыу өсөн доғаЗыяндан һәм көтөлмәгән бәлә-ҡаҙанан һаҡланыу өсөн доға
Зыяндан һәм көтөлмәгән бәлә-ҡаҙанан һаҡланыу өсөн доға

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Иртән һәм кисен ошо доғаны өс тапҡыр уҡыған Аллаһ ҡолона бер нәмә лә зыян килтермәҫ”, — тигән.

بِسْمِ اللهِ الَّذِي لاَ يَضُرُّ مَعَ اسْمِهِ شَيْءٌ فِي الأَرْضِ وَلاَ فِي السَّمَاءِ وَهُوَ السَّمِيعُ الْعَلِيمُ

“Бисмилләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғасмиһи шәй’үн фил-ардыи вә ләә фис-сәмәә’и, вә һүәс-Сәмииғул-Ғәлиим”.

Мәғәнәһе:

“Исеме менән ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә зыян килтерә алмаған Аллаһ исеме менән. Ул — һәр нәмәне Ишетеүсе һәм Белеүсе”.

Аллаһы Тәғәлә үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы һәр төрлө бәлә-ҡазанан, ауырыуҙарҙан, яманлыҡтан һәм көтөлмәгән зыяндарҙан һаҡлаһын! Әәмиин!

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева