Иман
22 Сентября , 07:30

Ҡөрьән ашында саҙаҡаны кем таратһа, дөрөҫөрәк була?

Кемдәрҙер саҙаҡаны тик йорт хужаһы таратһа яҡшыраҡ тип һанай. Икенселәр йолаһы шулай, ситтә ҡалмайым йәки был бер үҙе генә хәйер таратманы тимәһендәр тип уйлай. Ә ҡайһылай дөрөҫөрәк була? Һәм хәйер-саҙаҡаны һорап алырға кәрәкме? 

Ҡөрьән ашында саҙаҡаны кем таратһа, дөрөҫөрәк була?Ҡөрьән ашында саҙаҡаны кем таратһа, дөрөҫөрәк була?
Ҡөрьән ашында саҙаҡаны кем таратһа, дөрөҫөрәк була?

Аяттарҙа хәйер-саҙаҡа таратыуға, Ҡөрьән аштарын үткәреүгә бәйле күп һорауҙар тыуа. Берәүҙәр ошолайыраҡ дөрөҫ тиһә, икенселәре, юҡ, улай түгел, тип ҡаршы төшә. Кемдең хаҡлы булыуы аңлашылмағас, халыҡ бутала, хатта "муллалар үҙҙәре белмәй" тип ебәрәләр. Азат Көмөшбаев ошо мәсьәләләргә бик төплө һәм аҡыллы аңлатмалар бирә.

Мәрхүмдәргә бағышлап йәки мәрхүм исеменән булһын тип, хәйер таратһаҡ, уларға, теге донъяла булыуҙарына ҡарамаҫтан, сауап барып етәсәк. Шуның өсөн дә инде беҙ Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ, шул мәжлестәрҙә хәйер таратып, сауаптары мәрхүмдәребеҙгә барып етһен, тип өмөтләнәбеҙ. Хәҙистә, “Ҡөрьәндән (бер генә) хәреф булһа ла уҡыусы кешегә бер яҡшылыҡ яҙылыр, һәм һәр бер шул яҡшылыҡҡа (сауап) ун тапҡыр арттырылыр” тиелә (Әт-Тирмиҙи, 2910). Ошо хәҙискә таянып, имам Ҡөрьән аяттарын уҡый, ә хасил булған сауаптары мәрхүмгә булһын, тип доға ҡыла.

Саҙаҡаны һорап алалармы?

Ҡөрьән ашы мәжлесендә күп тапҡыр ошондай ҡағиҙә итеп алынған дежур һөйләм ишетергә мөмкин, имеш тә, кемгәлер хәйер бирергә онотолһа, саҙаҡаны һорап алыр кәрәк, тиҙәр. Был ҡағиҙә менән өлөшләтә килешергә мөмкин. Сөнки саҡырылыусыларҙың бөтәһенә лә таратылып, ә ысынлап та, саҙаҡаға мохтаж кешегә хәйер етмәй ҡалһа, бәлки, ул үҙе тураһында иҫләтеп, һорап алыуында бер ниндәй хилафлыҡ юҡтыр. Әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал: таратып йөрөүсе ихлас күңелдән мәрхүмгә ниәтләп, булған ғына тинлеген хәйер итеп тарата, әммә бер нисә кешегә еткерә алмай. Һәм шул мәлдә саҙаҡаға бөтөнләй мохтаж булмаған кеше, миңә бирмәнең тиһә – был әҙәпһеҙлектер. Һиңә ул саҙаҡа ныҡ кәрәкмәһә – еткерә тарата алмаған кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу, уны бурыслы итеү килешеп етмәгән эштер.

Хәйерҙе кем таратырға тейеш?

Кемдәрҙер саҙаҡаны тик йорт хужаһы таратһа яҡшыраҡ тип әйтә. Был фекер менән килешергә лә мөмкин, сөнки өй хужаһы йәки туғандары – мәрхүмгә иң яҡын кеше. Улар халыҡты саҡырып һыйлап, аят уҡыттырып, хәйер таратып, шул рәүешле сауаптар алып, мәрхүмдәрҙең рухтарын шатландырырға теләй. Шуның өсөн саҙаҡаны табынды ойошторған мәрхүмдең иң яҡын туғандары ғына таратһа, бәлки, яҡшыраҡтыр.

Юғиһә ҡайһы берәүҙәр ихлас ниәттәре булмаһа ла, йолаһы шулай тигәндән йәки был бер үҙе генә хәйер таратманы тимәһендәр тип, кеше һүҙенән ҡурҡҡан өсөн саҙаҡа өләшергә тотона. Әй, автор, һин кешенең нимә уйлағанын ҡайҙан беләһең, ниңә ихлас таратмай тип хөкөм сығараһың тиерһегеҙ, бәлки. Эйе, мин, ысынлап та, кешенең нимә уйлағанын, ниәтен белә алмайым. Ләкин ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре үк саҙаҡаның ихлас түгеллеген йәшермәй, ризаһыҙлыҡ менән генә башҡалар ыңғайына тарата, быны үҙегеҙ ҙә аңғарғаны барҙыр. Ихласһыҙ саҙаҡаның таратылмауы яҡшыраҡтыр. Ә әгәр ҙә инде кеше мәрхүмгә туған булмаһа ла, вафат булыусы дуҫын, күршеһен йәки ауылдашын хөрмәт итеп, уға бағышлап хәйер бирергә теләһә, бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш, тик таратҡан саҙаҡаһының ихлас күңелдән булыуы шарт.

Һүҙ аҙағында саҙаҡаны мәрхүмдең туғандары йәки ҙур теләге булған иң яҡындары таратһа һәйбәтерәк тигән һығымта яһарға мөмкин. Юғиһә йыш ҡына оҙаҡҡа һуҙылып киткән алыш-бирештең кешене ялҡытыуы ихтимал.

Мәҡәләнең авторы – Азат Көмөшбаев.

Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас