

«Ҡаф» сүрәһенең 22-се аятында түбәндәге һүҙҙәр бар:
فَكَشَفْنَا عَنْكَ غِطَاءَكَ فَبَصَرُكَ الْيَوْمَ حَدِيدٌ
Бисмилләәһ... Фәкәшәфнәә ғәнкә ғыйтааәкә фәбасарукәл-йәүмә хәдиид.
«Беҙ һинең пәрҙәңде астыҡ, һәм бөгөн һинең ҡарашың үткер».
«Ҡаф» сүрәһе, 50:22.
Был доғаны 7 тапҡыр уҡырға тәҡдим ителә. Һәр уҡығандан һуң:
«Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәд», — тип салауат әйтеп, уң ҡулдың баш бармағына өрөп, күҙҙәрҙе һыпырырға (7 тапҡыр).
Күңелдән Аллаһы Тәғәләнән күҙҙәрҙең күреүен яҡшыртыуын һорап доға ҡылырға. Ин шәә Аллаһ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын.
Иң мөһиме — Аллаһы Тәғәләгә ихлас күңелдән мөрәжәғәт итеп, шифаны Унан һорау.
Әмин!
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.