Иман
22 Сентября , 19:20

Төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн доға

Төшөнкөлөккә бирелеү һәр кешегә хас. Ҡайһы саҡта эшкә барғы килмәй, ашарға бешерергә теләк булмай, көнө буйы өйҙә генә ятҡы килә. Ә ҡайһы бер кешеләр хатта: "Минең был донъяла йәшәгем килмәй", — тип тә әйтә.

Төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн доғаТөшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн доға
Төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн доға

Төшөнкөлөккә бирелеү һәр кешегә хас. Ҡайһы саҡта эшкә барғы килмәй, ашарға бешерергә теләк булмай, көнө буйы өйҙә генә ятҡы килә. Ә ҡайһы бер кешеләр хатта: «Минең был донъяла йәшәгем килмәй», — тип тә әйтә.

Аллаһ Тәғәлә Үҙе беҙҙе бындай хәлдәрҙән һаҡлаһын.

Кемдәлер төшөнкөлөк витаминдар етмәүенән, кемдәлер депрессиянан, ә кемдәлер төрлө ауырыуҙар арҡаһында булыуы мөмкин. Уның менән көрәшеү юлдары ла төрлө.

Беҙгә, мосолмандарға, күңел төшөнкөлөгөн еңгәндә иң тәүҙә Аллаһҡа таяныу мөһим. Дөрөҫ ниәт итеп, Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡырға, күберәк зикер һәм салауат әйтергә, доға ҡылырға кәңәш ителә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ сөннәтендә борсолоуҙан, ҡайғынан һәм төшөнкөлөктән һаҡланыу өсөн түбәндәге доға килтерелә:

اللّهمّ إنّي أعوذ بك من الهمّ و الحزن

و العجز و الكسل،و البخل و الجبن

و ضلع الدين،و غلبة الرجال

«Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл-һәмми вәл-хәзәни, вәл-ғәжзи вәл-кәсәли, вәл-бухли вәл-жүбни, вә далағид-дәйни вә ғаләбәтир-рижәл».

Мәғәнәһе:

«Йә Раббым! Һинән борсолоуҙан һәм ҡайғынан, көсһөҙлөктән һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурыс ауырлығынан һәм кешеләрҙең баҫымынан һаҡлауыңды һорайым».

(Бохари риүәйәте)

Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә күңел тыныслығы, ныҡлы иман һәм имен тормош насип итһен! Әмин. 🤲

Хәбир хәҙрәт Ханов

Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас