Иман
26 Сентября , 18:35

Ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ

Атай-әсәйҙәр балаларына ел-ямғыр тейҙермәй, ҡәҙерләп үҫтерергә тырыша. Балаларына изгелек теләп, һиҙәйәт һәм тәүфиҡ һорап, һәр ваҡыт доға ҡылалар. Беҙ ҙә атай-әсәйҙәребеҙгә һәр саҡ изгелек кенә ҡылайыҡ һәм улар өсөн доғала булайыҡ.

Ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡАта-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ
Ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ

Ауырып китһәк, көнө-төнө беҙҙең өсөн борсолоп, яныбыҙҙан китмәй тәрбиәләгәндәр. Үҙҙәренә ни тиклем ауыр булһа ла: «Балам интекмәһен, мохтажлыҡ күрмәһен, кеше араһында кәм-хур булмаһын», — тип, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, беҙҙе ашатып-эсереп, кейендереп, бөтә кәрәк-ярағыбыҙҙы хәстәрләп торғандар...

Атай-әсәйҙәр балаларына ел-ямғыр тейҙермәй, ҡәҙерләп үҫтерергә тырыша. Балаларына изгелек теләп, һиҙәйәт һәм тәүфиҡ һорап, һәр ваҡыт доға ҡылалар. Беҙ ҙә атай-әсәйҙәребеҙгә һәр саҡ изгелек кенә ҡылайыҡ һәм улар өсөн доғала булайыҡ. Ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ.

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә атай-әсәйҙәр өсөн доға ҡылырға өйрәтә:

«Раббир-хәмһүмәә кәмәә Раббәйәәнии сағиира».

«Эй Раббым! Улар мине бәләкәй саҡта мәрхәмәт менән тәрбиәләп үҫтергән кеүек, Һин дә уларға рәхмәтле бул!»

«Исра» сүрәһе, 24-се аят.

Эйе, улар беҙҙең өсөн доға ҡылған кеүек, беҙ ҙә улар өсөн һәр ваҡыт доға ҡылырға тырышайыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙгә был донъяла — донъя изгелектәрен, Әхирәттә Әхирәт изгелектәрен һорайыҡ.

Атай-әсәйҙәребеҙҙе бер ҡасан да доғаларыбыҙҙан ҡалдырмайыҡ!

Ошо доғаны ла ятлап алайыҡ һәм уның һүҙҙәре менән Раббыбыҙға ялбарайыҡ.

Аллаһ барлыҡ атай-әсәйҙәребеҙгә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер бирһен, ә был донъянан киткәндәрен Үҙ рәхмәтенә алһын. Әмин!

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас