

«Аллаһүммә инни әс’әлүкәл-жәннәтә үә әғүҙү бикә минән-нәр».
Мәғәнәһе:
Аллаһүммә — эй, Аллаһым;
инни — ысынлап та мин;
әс’әлүкә — Һинән һорайым;
әл-жәннәтә — Йәннәтте;
үә әғүҙү — һәм һыйынам;
бикә — Һиңә;
минән-нәр — ут ғазабынан.
Тулы мәғәнәһе:
«Эй, Аллаһым! Һинән Йәннәтте һорайым һәм Йәһәннәм утынан Һиңә һыйынам».
Иртән һәм кис был доғаны өс тапҡыр әйтеүсе өсөн Ҡиәмәт көнөндә Йәннәт:
«Эй, Раббым! Ул Һинән Йәннәтте һораны, уны Йәннәткә индер», — тип әйтер.
Ә Йәһәннәм:
«Эй, Раббым! Ул Һиңә Йәһәннәм утынан һыйынды, уны утҡа индермә», — тип әйтер.
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.