

Ясин сүрәһе — Ҡөрьәндең йөрәге. Уның 9-сы аяты мосолмандар араһында һаҡланыу өсөн уҡыла торған аят булараҡ билдәле, кешене дошмандарҙан, яуыз күҙҙәрҙән һәм бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай. Был аятты уҡыған кешене Аллаһ дошмандарҙан йәшерә, тип ышаналар.
Аят былай яңғырай:
"Үә жәғәлнәә мим-бәйни әйдиһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәддәң фәәғшәйнәәһүм фәһүм ләә йубесыйруун".
Уның мәғәнәһе:
"Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кәртә ҡуйҙыҡ һәм уларҙың күҙҙәрен ҡапланыҡ, шуға күрә улар күрмәйҙәр".
Был аят Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ваҡытында билдәле була. Мөшриктәр Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) йортон уратып алғанда, ул Ясин сүрәһен баштан алып 9-сы аятҡа тиклем уҡып, өйөнән имен-аман сығып китә. Шул ваҡытта Аллаһ мөшриктәрҙең күҙҙәренә пәрҙә һала, улар уны күрмәй ҡала.
Мосолман ғалимдары был аятты һаҡланыу өсөн уҡыуҙы рөхсәт итә. Имам әл-Ҡуртуби үҙе һуғыш ваҡытында уны уҡыған. Ғалимдар әйтеүенсә, аятты ихлас күңелдән, иман менән уҡығанда, Аллаһ уны уҡыған кешене һаҡлаясаҡ.
Аятты иртән һәм кис уҡырға мөмкин. Уны уҡығанда күңелдә иман булыуы, Аллаһҡа ышаныу мөһим.
Был аят — Аллаһтың ҡөҙрәтен иҫкә төшөрә һәм һаҡлау өсөн өмөт бирә. Уны уҡыу — Аллаһҡа таяныу һәм Унан ярҙам һорауҙың бер юлы.
Фото: нейроселтәр.