Иман
6 Октября , 19:03

Ауыр ваҡытта ошо доғалар ярҙам итер

Аллаһ ауырлыҡтарыбыҙҙы еңеләйтһен, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ бирһен һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен. Әмин!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыр ваҡытта ошо доғалар ярҙам итерАуыр ваҡытта ошо доғалар ярҙам итер
Ауыр ваҡытта ошо доғалар ярҙам итер

ا إلَهَ إِلَّا اللهُ الْعَظـِيمُ الْحَلِـيمُ، لَا إِلَهَ إِلَّا اللهُ رَبُّ الْعَـرْشِ الْعَظِيـمِ، لَا إِلَـهَ إِلَّا اللهُ رَبُّ السَّمَـوَّاتِ وَرَبُّ الْأَرْضِ ورَبُّ الْعَرْشِ الْكَـرِيم

Уҡылышы:

«Ләә иләәһә иллә-ллааһүл-Ғәзыымүл-Хәлиим. Ләә иләәһә иллә-ллааһу Раббүл-Ғәршил-Ғәзыым. Ләә иләәһә иллә-ллааһу Раббүс-сәмәәүәәти үә Раббүл-арды үә Раббүл-Ғәршил-Кәриим».

Мәғәнәһе:

«Бөйөк һәм Сабыр Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ. Бөйөк Ғәрештең Раббыһы булған Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ. Күктәрҙең Раббыһы, ерҙең Раббыһы һәм хөрмәтле Ғәрештең Раббыһы булған Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ».

اللَّهُـمَّ رَحْمَتَـكَ أَرْجُـوفَلَا تَكِلْـنِي إِلَى نَفْـسِي طَـرْفَةَ عَـيْنٍ، وَأَصْلِـحْ لِي شَأْنـِي كُلَّـهُ لَا إِلَهَ إِلَّا أنْـت

Уҡылышы:

«Аллааһүммә рахмәтәкә әржүү, фәләә тәкилнии иләә нәфсии тарфәтә ғәйнин, үә аслих лии шәънии күлләһү, ләә иләәһә илләә әнтә».

Мәғәнәһе:

«Эй Аллаһым! Мин Һинең рәхмәтеңә өмөт итәм. Мине күҙ асып йомған араға ла үҙ нәфсемә тапшырма. Бөтә эштәремде һәм хәлемде төҙәт. Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ!»

Аллаһ ауырлыҡтарыбыҙҙы еңеләйтһен, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ бирһен һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен. Әмин!

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева