Иман
8 Октября , 19:00

Йома көнө доғаһы

Был - фарыз түгел, сөннәт ғәмәл. Әммә йомала бөтә доғалар ҙа ҡабул ителер бер мәл бар тиҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йома көнө доғаһыЙома көнө доғаһы
Йома көнө доғаһы

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдин вә әәләә әәлиһи вә әсхабиһи әжмәғиин.

Йә, Раббым! Ауырыусыларға - дауа, мохтаждарға яҡшы ризыҡ бир, аҙашҡандарға - тура юл күрһәт, әйлеләргә ярҙам ит, бәләгә төшкәндәргә сығыу юлын күрһәт!
Йә, Раббым! Бала-ейәндәргә, киләсәк быуындарға дин тотоу, һиҙиәт бир. Өгөт-нәсихәт биреү һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын!
Йә, Раббым! Ғаилә ҡормағандарға - яҡшы хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға изге балалар бир.

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә вә әңтә хәйрүл мүңзилиинә.

Әй, изгелекле, мәрхәмәтле Раббым! Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңде буйһона. Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда. Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр индерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың.
Әй, Раббым! Торған нигеҙебеҙгә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер!
Унда йәшәүселәрҙең тәндәренә — табыш, йәндәренә — тыныслыҡ, ҡәлебтәренә һиҙиәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт-мөхәббәт яҙмыш ит!
Әй, Хафиз булған Аллаһ! Нигеҙҙәрегеҙҙе һәм ғаиләләребеҙҙе күҙҙәребеҙ күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла!
Ошо нигеҙебеҙҙә һыйынып, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон ғүмерҙә йәшәүҙәрҙе яҙмыш ит!

Раббәнәә әәтинә фид-дүньйәә хәсәнәтән үә фил-әхирәти хәсәнәтән үә ҡыйнәә ғәзәәбән-нәәр. Әмин.

 

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова