

Хәҙистәрҙә унан нисек ҡотолорға өйрәтелә. "Аятел Көрси", "Ихлас", "Фәләҡ", "Нәс" һәм башҡа аят, сүрәләрҙе уҡырға кәрәк. Сихырҙы сихыр менән ҡайтарырға ярамай, мөмкин дә түгел, ә бары тик шәриғәт рөхсәт иткән ысулды ғына ҡулланырға: өшкөрөлөргә, доға уҡырға.
Нисек һаҡланырғамы? Биш ябай кәңәште тотоғоҙ:
1. Иртән торғас, көндө "Бисмилла"нан башларға. Хәлеңдән килгәнсә "Йә Раббым, көнөмдө уңышлы ит, дошмандарҙан һаҡла, биргәнеңә шөкөр ҡыламын" тип доға ҡылырға.
2. Шикле ризыҡты ашамаҫҡа тырышығыҙ. Башҡа аҙыҡ-түлек булмаһа, доға ҡылырға кәрәк, тоҙ ҡабып ҡуйһағыҙ ҙа яҡшы.
3. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрегеҙҙә шәхси фотоларҙы ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.
4. Тейешһеҙ урында, ишек алдында энә, ваҡ ҡаҙаҡ, ваҡ аҡса кеүек нәмә күрһәгеҙ, тимер һоҫҡоға һалып сүплеккә ташлағыҙ.
5. Сихыр, боҙом хаҡ, шуға ла мосолман үҙе белеп һәр саҡ һаҡланып йөрөргә тейеш.
Автор фотоһы.