Иман
12 Октября , 19:00

ЮЛҒА, СӘФӘРГӘ СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Һәр ҡайһыбыҙ көн һайын юлда. Ошо доғаларҙы уҡыйыҡ һәм иҫән-һау йөрөйөк. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ! 

Добавить в предпочтительные источники Google
ЮЛҒА, СӘФӘРГӘ СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАРЮЛҒА, СӘФӘРГӘ СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР
ЮЛҒА, СӘФӘРГӘ СЫҠҠАНДА УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Эй, Аллаһым! Сәфәрҙә мине, машинамды, юлдаштарымды бәлә-ҡазаларҙан һәм төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡла. Үҙ ярҙамыңдан ташлама!

Юлға сыҡҡанда уҡырға мөмкин булған бер нисә доға бар.

Автомобилгә ултырғанда йәки үҙең руль артына ултырғас, «Бисмилләһ» тип әйтелә. Шулай уҡ «Аятел-Көрси» аятын уҡырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр уны 3, 5 йәки 7 тапҡыр уҡый. Әммә тап ошо һандарҙа ҡабатлау мотлаҡ тигән ышаныслы дәлил билдәле түгел.

Пәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бәйләп килтерелгән доғаларҙың береһе:

اللَّهُمَّ إِلَيْكَ تَوَجَّهْتُ وَبِكَ اعْتَصَمْتُ. اللَّهُمَّ اكْفِنِى مَا أَهَمَّنِى وَمَا لَآ أَهْتَمُّ لَهُ. اللَّهُمَّ زَوِّدْنِى التَّقْوَى وَاغْفِرْ لِى ذَنْبِى وَوَجِّهْنِى لِلْخَيْرِ أَيْنَ مَا تَوَجَّهْتُ.

Уҡылышы:

Аллаһүммә иләйкә тәүәжжәһтү үә бикәғтәсамтү. Аллаһүммә әкфини мә әһәммәни үә мә лә әһтәммә ләһү. Аллаһүммә зәүвиднит-тәҡүә, үәғфир ли ҙәнби, үә үәжжиһни лил-хайри әйна мә тәүәжжәһтү.

Мәғәнәһе:

Эй, Аллаһым! Мин Һиңә йөҙ тоттом, Һиңә һыйындым. Мине борсоған һәм мин белмәгән хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡла. Ҡәлебемде тәҡүәлек менән байыт, гонаһтарымды ғәфү ит. Ҡайҙа ғына юл тотһам да, мине изге эштәргә йүнәлт, Раббым!

Транспортҡа ултырғанда уҡыла торған доға

 سُبْحَانَ الَّذِي سَخَّرَ لَنَا هَٰذَا وَمَا كُنَّا لَهُ مُقْرِنِينَ وَإِنَّا إِلَىٰ رَبِّنَا لَمُنقَلِبُونَ

Уҡылышы:

Сүбхәнәл-ләҙи сәххара ләнә һәҙә үә мә күннә ләһү муҡринин. Үә иннә илә Раббинә ләмүнҡалибун.

Мәғәнәһе:

«Быны беҙҙең ҡарамаҡҡа буйһондорған Аллаһ һәр төрлө кәмселектән пак! Үҙ көсөбөҙ менән беҙ быға ирешә алмаҫ инек. Ысынлап та, беҙ Раббыбыҙға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ».

«Әз-Зухруф» сүрәһе, 13–14-се аяттар.

Артабан:

 «Әлхәмдүлилләһ» — 3 тапҡыр.

 «Аллаһу әкбәр» — 3 тапҡыр.

Һуңынан түбәндәге доға уҡыла:

 سُبْحَانَكَ إِنِّي ظَلَمْتُ نَفْسِي فَاغْفِرْ لِي فَإِنَّهُ لَا يَغْفِرُ الذُّنُوبَ إِلَّا أَنْتَ

Уҡылышы:

Сүбхәнәкә, инни ҙаләмтү нәфси, фәғфир ли, фәиннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә Әнт.

Мәғәнәһе:

Эй, Аллаһым! Һин һәр төрлө кәмселектән пакһың! Ысынлап та, мин үҙ-үҙемә золом ҡылдым. Мине ғәфү ит, сөнки Һинән башҡа гонаһтарҙы ғәфү итеүсе юҡ!

«Аятел-Көрси» — «Тәхет аяты»

Был — Ҡөрьән Кәримдең «Әл-Бәҡара» сүрәһендәге 255-се аят.

بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ

اللَّهُ لَا إِلَٰهَ إِلَّا هُوَ الْحَيُّ الْقَيُّومُ ۚ لَا تَأْخُذُهُ سِنَةٌ وَلَا نَوْمٌ ۚ لَهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ ۗ مَنْ ذَا الَّذِي يَشْفَعُ عِنْدَهُ إِلَّا بِإِذْنِهِ ۚ يَعْلَمُ مَا بَيْنَ أَيْدِيهِمْ وَمَا خَلْفَهُمْ ۖ وَلَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ ۚ وَسِعَ كُرْسِيُّهُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ ۖ وَلَا يَئُودُهُ حِفْظُهُمَا ۚ وَهُوَ الْعَلِيُّ الْعَظِيمُ

Уҡылышы:

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Аллаһу лә иләһә иллә Һүәл-Хәййүл-Ҡәййүм. Лә тәьхуҙүһү синәтүн үә лә нәүм. Ләһү мә фис-сәмә үәти үә мә фил-ард. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би-иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә хальфәһүм. Үә лә йүхитунә бишәйьим мин ғилмиһи иллә бимә шәә. Үәсиғә күрсиййүһүс-сәмә үәти үәл-ард. Үә лә йә үдүһү хифҙуһүмә. Үә Һүәл-Ғәлиййүл-Ғәҙым.

Юл доғаһы

سُبْحَانَ الَّذِي سَخَّرَ لَنَا هَٰذَا وَمَا كُنَّا لَهُ مُقْرِنِينَ وَإِنَّا إِلَىٰ رَبِّنَا لَمُنقَلِبُونَ

Уҡылышы:

Сүбхәнәл-ләҙи сәххара ләнә һәҙә үә мә күннә ләһү муҡринин. Үә иннә илә Раббинә ләмүнҡалибун.

بِسْمِ اللَّهِ مَجْرَاهَا وَمُرْسَاهَا إِنَّ رَبِّي لَغَفُورٌ رَحِيمٌ

Уҡылышы:

Бисмилләһи мәжрәһә үә мүрсәһә. Иннә Рабби ләғафурур-рахим.

Һуңғыһы — «Һуд» сүрәһенең 41-се аятынан, Нух пәйғәмбәрҙең кәмәгә ултырыуы менән бәйле һүҙҙәр.

Сәфәргә сыҡҡанда үҙ һүҙҙәрең менән ҡылына торған доға

Эй, мәрхәмәтле Аллаһым!

Һинең изге исемеңде телгә алып, юлға сығам. Миңә биргән һаулығың, ғүмерем, ризығым һәм эшләргә мөмкинлегем өсөн Һиңә сикһеҙ шөкөр итәм!

Эй, Раббым! Юлда мине, машинамды һәм юлдаштарымды төрлө бәлә-ҡазаларҙан, көтөлмәгән фажиғәләрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡла. Бер ҡасан да Үҙ ярҙамыңдан ташлама!

Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә иҫән-һау барып етергә насип ҡыл.

Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ, яҡындарыбыҙҙы ҡайғы-хәсрәткә ҡалдырма. Юлдарыбыҙҙы имен, сәфәрҙәребеҙҙе хәйерле ит.

Өйөбөҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға, ғаиләбеҙ һәм яҡындарыбыҙ менән шатлыҡта осрашырға насип ит.

Эй, Аллаһым! Һинең ҡөҙрәтең сикһеҙ, Һин һәр нәмәгә ҡадирһың!

Әмин!

Сығанаҡ: vk.ru/utkarma_yasin

Автор:Альфия Мингалиева