

Әсәләрҙең балалары өсөн ҡылған доғалары бик ҡәҙерле. Сөнки әсә менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ, тиҙәр. Балаларыбыҙ өсөн беҙ, әсәләр, доға ҡылмаһаҡ, кем ҡылыр? Доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһ Үҙенән һораған, Үҙенә ялбарған бәндәләрен ярата.
Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән Һиңә ялбарабыҙ. Балаларыбыҙҙы Үҙ рәхмәтең менән солғап ал. Раббым, уларға хәйерле, сәләмәт, оҙон ғүмер насип ит. Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусы, әмерҙәреңә буйһоноусы бәндәләреңдән ит!
Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙҙың иманын нығыт, көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир!
Ғәзиз Аллаһым! Үҙ мәрхәмәтең менән уларҙың тәндәрен нығыт, күҙҙәренә яҡты нур, ҡолаҡтарына яҡшы ишетеү һәләте бир. Етешһеҙлектәрен төҙәт. Балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм яман юлдарға баҫыуҙан һаҡла. Уларҙы Үҙеңә тоғро бәндәләрҙән ит!
Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙҙы ата-әсәләрен яратҡан, хөрмәт иткән, һүҙҙәрен тыңлаған итеп тәрбиәлә. Уларҙың күңелдәрен ҡаты бәғерлелектән, тыңлауһыҙлыҡтан һаҡла. Беҙгә балаларыбыҙҙы күркәм холоҡло, ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит!
Йә, Раббым! Балаларыбыҙҙы көндөҙ ҙә, төндә лә осрай торған төрлө яуызлыҡтарҙан, насар ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡла. Уларҙың бер кемде лә хаҡһыҙға рәнйетеүенә юл ҡуйма, үҙҙәрен дә рәнйетелеүҙән яҡла. Көнсөл кешеләрҙең насар ҡараштарынан һаҡлап, Үҙ рәхмәтең менән солғап ал!
Йә, Аллаһым! Балаларыбыҙҙы һәр яҡлап һаҡлауыңды һорайбыҙ. Өҫтән дә, аҫтан да, уңдан да, һулдан да, алдынан да, артынан да килгән бәлә-ҡазаларҙан яҡла. Яуыз кешеләрҙән, йыртҡыс хайуандарҙан, тәбиғәт афәттәренән һәм юл һәләкәттәренән һаҡла!
Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙға был донъяла ла, әхирәттә лә файҙалы булған ғилем бир. Ул ғилем уларға Һине яратырға, әмерҙәреңде үтәп йәшәргә һәм был донъянан иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен!
Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙҙың кешеләр араһындағы дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, һиҙәйәт һәм иман байлығы насип ит. Үҙҙәрен тәьмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ хәләл ризыҡ һәм мал-мөлкәт бир. Кеше ҡулына ҡарап йәшәүҙән һаҡла!
Йә, Раббым! Балаларыбыҙға саф күңел, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек һәм күркәм холоҡ бир. Алған белемдәре менән башҡаларға файҙа килтерергә әҙер торған изге күңелле кешеләр булһындар!
Йә, Раббым! Балаларыбыҙҙы түбәнселеккә төшөүҙән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡтар насип ит, ул шатлыҡтар беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе ҡыуандырһын!
Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ күңел һәм ныҡлы иман бир!
Йә, Аллаһым! Балаларыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең файҙаға дәлил булһындар!
Әмин, йә Раббил-ғаләмин!
Аллаһ һәр беребеҙҙең балаларына һаулыҡ, бәхет, иманлы һәм бәрәкәтле ғүмер насип итһен!
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.