Иман
14 Октября , 19:00

Ҡайғы-хәсрәт килгәндә ошо доғаны уҡығыҙ!

Был донъяла төрлө хәлдәр була. Бер көнөбөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһә, икенсе көнөбөҙ ҡайғы-хәсрәт алып килеүе мөмкин. Тормош шулай инде, шатлыҡ менән ҡайғы гел алмашынып тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайғы-хәсрәт килгәндә ошо доғаны уҡығыҙ!Ҡайғы-хәсрәт килгәндә ошо доғаны уҡығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт килгәндә ошо доғаны уҡығыҙ!

Был донъяла төрлө хәлдәр була. Бер көнөбөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһә, икенсе көнөбөҙ ҡайғы-хәсрәт алып килеүе мөмкин. Тормош шулай инде, шатлыҡ менән ҡайғы гел алмашынып тора.

Ә ҡайғы-хәсрәт килгәндә ниндәй доға уҡырға кәрәклеген беләһегеҙме?

Әгәр был доғаны белмәһәгеҙ, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйырға онотмағыҙ.

اَللَّهُمَّ إِنِّى عَبْدُكَ وَابْنُ عَبْدِكَ رَضِيتُ حُكْمَكَ وَقَضَائَكَ أَسْئَلُكَ أَنْ تُذْهِبَ عَنِّى غَمِّى وَحَزَنِى وَأَنْ تَرْزُقَنِى يُسْرَ عُسْرِى

Уҡылышы:

Аллаһүммә иннии ғәбдүкә үәбнү ғәбдикә, радыйтү хүкмәкә үә ҡадаа'әкә. Әс'әлүкә ән түҙһибә ғәннии ғаммии үә хәзәнии үә ән тәрзүҡании йүсра ғүсрии.

Мәғәнәһе:

«Йә, Раббым! Ысынлап та, мин — Һинең ҡолоң һәм ҡолоңдоң улы. Һинең хөкөмөңә һәм тәҡдиреңә ризамын. Күңелемдәге ҡайғы-хәсрәтте, борсолоуҙарҙы бөтөрөүеңде Һинән һорайым. Ауырлыҡтарҙан һуң еңеллек насип ит!»

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙы ла ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡлаһын, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек һәм бәрәкәт бирһен! Әмин!

Сығанаҡ: «Дин вә мәгыйшәт».

Автор:Альфия Мингалиева