

Аҡса етмәгән, бурыс ауырайған саҡтар бөтәбеҙҙә лә була. Шундай мәлдә Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) өйрәткән бер ҡыҫҡа доға бар.
— Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.
Мәғәнәһе былай: Аллаһым! Хәләл малың менән миңә етерлек бир, хәрәмдән һаҡла. Үҙеңдең рәхмәтең менән мине Һинән башҡа бер кемгә лә мохтаж итмә.
Был доғала ике теләк бар. Беренсеһе — хәләл менән ҡәнәғәт булыуға һәм хәрәмдән һаҡланыуға ярҙам һорау. Икенсеһе — бер кемгә лә мохтаж булмаҫҡа теләк.
Был доға нисек барлыҡҡа килгән
Тирмизи китабындағы риүәйәт буйынса, Ғәли ибн Әбү Талиб янына бер кеше килә. Ул ҡол булған, хужаһы менән азатлыҡҡа аҡса түләп сығыу тураһында килешкән, әммә һуңғы өлөшөн түләй алмаған. Ул кеше ярҙам һорап килә. Ғәли уға был доғаны уҡып ишеттерә, уны Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) өйрәткәнен әйтә һәм өҫтәй: бурысың Сабир тауы тиклем булһа ла, Аллаһ уны түләр.
Ғалимдар аңлатыуынса, был һүҙҙәрҙе ихлас күңелдән әйтергә кәрәк.
Сығанаҡ: Тирмизи, хәҙис № 3563; Әхмәт ибн Ханбәл йыйынтығы («Мөснәд»).
Фото: нейроселтәрҙән.