Иман
18 Октября , 18:10

Ҡарынжа доғаһы

Был - ризыҡ, бәрәкәт, сауҙа һәм эш уңышлы булһын өсөн, шулай уҡ яңы өйгә күскәндә уҡыла торған доға. Халыҡ араһында ул матди етешлек килтерә тип һанала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарынжа доғаһыҠарынжа доғаһы
Ҡарынжа доғаһы

Доғаның татар-башҡорт транскрипцияһы

"Әллааһүммә йә Рабби үә Жәбраилә үә Микәилә үә Исрафилә үә Ғаззаилә үә Ибраһимә үә Исмәғилә үә Исһаҡа үә Йәғҡубә үә мүнзиләл–бәрәкәти үә мүнзиләт–тәүрати үәз–зәбүри үәл–фурҡани үә лә хәүлә үә лә ҡуввәтә иллә бил–ләһил–ғәлиййил–ғәзыйм. Лә иләһә илләл–лаһүл–мәликүл–хәҡҡуль–мүбин. Мөхәммәддүр–расүлүллаһи садиҡуль–үәғдүл–әмин. Йә Раббә! Йә Раббә! Йә Хәйй! Йә Ҡәййүм! Йә зәл–Жәләли үәл–иҡрам! Әсьәлүкә йә раббәл–ғәршил–ғәзыйми ән йәрзуҡани риҙҡан хәләлән таййибән бирахмәтикә йә әрхәмәр–рахимин. Йәмлихә. Мәҡсәлинә. Мислинә. Мәрнүш. Дәбәрнүш. Шәҙәнүш. Кәфәштатыйүш. Ҡытмир".

Доғаның мәғәнәһе (тәржемәһе): "Йә Аллаһым! Йә Раббым! Ғазраил, Жәбраил, Микаил, Исрафил фәрештәләрҙең, шулай уҡ Ибраһим, Исмәғил, Исһаҡ, Яҡуб пәйғәмбәрҙәрҙең Раббыһы! Бәрәкәтте, Тәүратты, Зәбурҙы һәм Ҡөрьәнде индереүсе! Оло һәм бөйөк Аллаһынан башҡа бер кемдә лә ҡөҙрәт һәм көс юҡ. Хаҡ һәм асыҡ батша булған Алланан башҡа иләһ юҡ. Вәғәҙәһенә тоғро һәм ышаныслы булған Мөхәммәт — Алланың илсеһелер. Йә Раббым! Йә Раббым! Йә Хәйй (Мәңге Тере)! Йә Ҡәййүм (Мәңге Йәшәүсе)! Йә Ололоҡ һәм Бәрәкәт Эйәһе! Бөйөк Ғәршенең Раббыһы булған Йә Аллаһ! Йә Рәхимлеләрҙең иң Рәхимлеһе, Һинән Үҙ рәхмәтең менән миңә хәләл һәм таҙа ризыҡтар биреүеңде һорайым. (Аҙағында Әсхәбүл-Кәһеф — мәмерйә кешеләренең һәм уларҙың ҡотоноң исемдәре телгә алына): Йәмлихә, Мәҡсәлинә, Мислинә, Мәрнүш, Дәбәрнүш, Шәҙәнүш, Кәфәштатыйүш, Ҡытмир».

Иҫкәрмә: Ислам ғалимдары билдәләүенсә, был доға Ҡөрьәндә йәки Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.в.) сәхих хәҙистәрендә туранан-тура килмәй. Шуға күрә уны мотлаҡ уҡылырға тейешле дини ҡанун тип түгел, ә ябай матур йөкмәткеле бәрәкәт һәм ризыҡ һорау доғаһы (теләге) булараҡ уҡырға мөмкин.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова