Иман
17 Октября , 19:10

Яратылып йәшәргә теләһәң...

Ошо доғаны уҡып тор.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яратылып йәшәргә теләһәң...Яратылып йәшәргә теләһәң...
Яратылып йәшәргә теләһәң...

Һәр ғаиләнең матур, татыу йәшәгеһе килә. Ҡатын – иренең, ир ҡатындың яратыуын, аңлауын теләй.

Әммә ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең төрлөгә әйләнеүе, ауырлашыуы ихтимал. Ошондай осраҡтар өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән еткерелгән күркәм доғалар бар. Улар ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарырға ярҙам итер, һөйөү ҡуҙын яңынан дөрләтеп ебәрер.

Ошондай доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулүбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә жәнибәл-фәвәхишә мәәзәхәра минһә вәмә бәтәнә”.

Мәғәнәһе:

“Эй Аллаһым, беҙҙең йөрәктәребеҙҙе берләштер, ике аралағы мөнәсәбәтебеҙҙе яҡшырт. Беҙҙе тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова