

Йә Раббым Аллаһ! Һинең алдыңда тәүбә итеп, күңелемде, нәфсемде таҙартып, Һиңә яҡынайырға, Һинең ризалығыңа ирешергә теләйем.
Йә Раббым Аллаһ! Күңелемде донъяның бөтә мәшәҡәттәренән һәм борсолоуҙарынан, ҡайғыларҙан, төрлө яманлыҡтарҙан, боҙоҡ уйҙарҙан паклаһаң ине.
Йә Раббым Аллаһ! Мине һәм яҡындарымды, балаларымды, ейән-ейәнсәрҙәремде бәхетле, тәртипле, күркәм холоҡло, йомшаҡ күңелле, әҙәпле, камил аҡыллы, ныҡлы иманлы, мул ризыҡлы, яҡшы тормошло итһәң ине.
➖➖➖➖➖
Йә Раббым! Заманалар үҙгәрҙе, мин наҙанлыҡта оҙаҡ йәшәнем. Бик күп гонаһлы ғәмәлдәр ҡылдым. Уларҙың күбеһе хәтеремдә лә ҡалмаған инде, ә Һин уларҙың барыһын да беләһең.
Мин ихлас күңелдән төҙәлергә, Һинең рәхмәтеңә, Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шәфәғәтенә ирешергә, Һинең хозурыңа таҙарынып ҡайтырға теләйем. Юғары Йәннәттәреңде күрергә бик өмөтләнәм.
Миңә ярҙам ит, элек ҡылған, әле ярлыҡанмаған хаталарымды күрергә насип ит. Мин рәнйеткән, миңә үпкә һаҡлаған бәндәләрең менән осраштыр. Мин уларҙан ғәфү үтенергә, күңелемде пакларға теләйем.
➖➖➖➖➖
Йә Раббым Аллаһ! Мине кешеләргә үпкәләмәгән, асыу һаҡламаған, тиҙ ҡыҙып китмәгән, бер кемде лә ғәйепләмәгән кеше итһәң ине.
Минең алдымда бер кем дә ғәйепле түгел. Бөтә кешеләр ҙә Һин биргән ниғмәттәргә эйә, һәр нәмә әсә ҡарынында уҡ билдәләнгән Һинең тәҡдирең буйынса була.
Йә Раббым Аллаһ! Мине башҡаларҙың эшенә ҡыҫылмаған, бер кемдең дә кәмселеген эҙләмәгән, ғәйбәт һөйләмәгән, бер кемде лә әрләмәгән, һүҙ йөрөтмәгән бәндәң итһәң ине.
Йә Раббым Аллаһ! Ошо гонаһтарым өсөн тәүбә итеп, Һиңә ҡайттым. Мине ғәфү итһәң, гонаһтарымды юйһаң, кисерһәң ине.
Йә Раббым! Мине яман эштәрҙән һәм гонаһҡа илткән ғәмәлдәрҙән азат ит!
Йә Раббым Аллаһ! Кисер мине, ғәфү ит. Бөтә гонаһтарымды ярлыҡаһаң ине. Минән риза булһаң ине.
Йә Раббым Аллаһ! Мин Һинән ризамын, Ислам диненән ризамын, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ризамын, Һинең тәҡдиреңдән ризамын.
Йә Раббым Аллаһ! Бөтә ниғмәттәрең өсөн шөкөр итәм һәм Һиңә иман килтерәм. Мине шөкөр итеүселәрҙән һәм камил иманлы бәндәләреңдән итһәң ине.
Йә Раббым Аллаһ! Мин Һиңә тәүбә итәм. Ҡылған бөтә гонаһтарым өсөн үкенеп, Һиңә һәм Һинең динеңә кире ҡайттым. Кисер мине, Раббым, ғәфү ит, бөтә гонаһтарымды ярлыҡа.
Йә Раббым! Һин Изге Ҡөрьәндә былай тип әйткәнһең:
«Кем үҙенең гонаһтарына үкенеп, Аллаһтан тәүбә һәм истиғфар һораһа, Аллаһты Ғәфү итеүсе итеп табыр».
Мин үҙемдең гонаһтарыма һәм наҙанлыҡта заяға үткән йылдарым өсөн бик ныҡ үкенәм. Һинән тәүбә һәм истиғфар һорайым.
Йә Раббым Аллаһ! Мине тәүбә итеүселәрҙән һәм пакланыусыларҙан итһәң ине.
Мин үҙемдең атай-әсәйемдән ризамын. Уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итәм. Уларға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдермәйем, үпкә һаҡламайым, уларҙы хөкөм итмәйем. Улар алдында түбәнселек менән ғәфү үтенәм, атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Йә Раббым! Иман менән баҡыйлыҡҡа күскән бөтә олатай-өләсәйҙәремдең, атай-әсәйемдең гонаһтарын ғәфү ит. Уларҙы ҡәбер ғазабынан һаҡла, ҡәберҙәрен яҡты, нурлы ит.
Атай-әсәйем алдында ҡылған гонаһтарым өсөн мине кисер, ғәфү ит.
Йә Раббым! Атай-әсәйемдән риза булып, мине лә, уларҙы ла ярлыҡа!
Йә Раббым! Мине йәберләгән, рәнйеткән, миңә зыян килтергән бәндәләреңдең барыһын да ғәфү иттем, кисерҙем.
Улар Һинең тарафтан мине һынау, күңелемде таҙартыу өсөн ебәрелгән кешеләр. Уларҙың минең алдымда бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ.
Йә Раббым! Ғүмерем буйына мине рәнйеткән, йәберләгән, минең менән талашҡан, әрләшкән бәндәләреңде кисер, уларҙы ғәфү ит. Күңелемде сәләмәт, саф һәм пак күңел итһәң ине.
Йә Раббым! Миңә тик Үҙең риза булған хәйерле, изге ғәмәлдәр генә ҡылырға насип ит.
Элек һәм хәҙер ҡылған бөтә гонаһтарымды кисер, ғәфү ит.
Йә Раббым! Мин бөгөнгө яҙмышымдан тулыһынса ҡәнәғәтмен. Киләсәгем өсөн борсолмайым һәм уны алдан планлаштырмайым. Һәр ваҡиғаның үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә Һинең тәҡдиреңдә.
Әмин! Әмин! Әмин!
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.