

Доға ҡылыр алдынан тәһәрәтле булыу, ҡибла яғына ҡарап, ҡулдарҙы күтәреү хуп күрелә.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
«Әлхәмдү лилләһи Раббил-ғәләмиин. Әс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә рәсүлинә Мөхәммәдин үә ғәлә әәлиһи үә әсхабиһи әжмәғиин. Аллаһүммә Раббәнә әңзилнә мүңзәләм-мүбәракәү үә әнтә хайруль-мүңзилиин».
Йә, рәхимле, шәфҡәтле Раббым! Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә, бөтә ғаләмдәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Барлыҡ шатлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә Һинең ҡөҙрәтеңдә!
Йә, Раббым! Һин теләгән бәндәләреңә, Һин теләгән ерҙәргә бәрәкәтеңде иңдерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе кире алаһың.
Йә, Раббым Аллаһ! Ғүмерҙе лә, һаулыҡты ла, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә Һин генә Үҙеңдең рәхмәтең менән бирәһең. Бына ошо йортто ла беҙҙең ғаиләгә насип итеп, беҙҙе Үҙ рәхмәтең менән бүләкләнең.
Йә, Раббым! Ошо йортҡа, ошо нигеҙгә Үҙ бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡлаусы фәрештәләреңде иңдер.
Ошо йортта йәшәүселәрҙең тәндәренә һаулыҡ, йәндәренә тыныслыҡ, күңелдәренә иман нуры бир. Улар араһына мөхәббәт, татыулыҡ һәм берҙәмлек һал.
Ил-көн тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, бер-береһен хөрмәт итеп, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен насип ит.
Йә, Раббым! Һин — Әл-Хафиз, йәғни Һаҡлаусы тигән бөйөк исемгә эйә булған Барлыҡҡа килтереүсебеҙ!
Ошо йортто һәм унда йәшәүсе бәндәләреңде барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡла!
Ут бәләһенән, һыу баҫыуҙан, көслө ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың яман ниәттәренән, шайтандарҙың зарарынан һаҡла, йә, Бөйөк Раббыбыҙ!
Йә, бер Аллаһ! Ошо ғаиләгә үҙ йорттарында шатланып, һөйөнөп, мул хәләл ризыҡтар менән туҡланып, оҙон, матур, ғибәҙәтле ғүмер кисереүҙәрен насип ит.
Үҙ ярҙамыңдан ташлама, беҙҙе һәр саҡ рәхмәтеңдән айырма!
Раббәнә әәтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимиин.
ӘМИН!
Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙең йортона тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт бирһен!
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.