Иман
21 Октября , 19:00

Фәрештәләр ниндәй йортҡа инмәй?

Рәхмәт фәрештәләре. Улар беҙҙең йорттарыбыҙҙа бармы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәрештәләр ниндәй йортҡа инмәй?Фәрештәләр ниндәй йортҡа инмәй?
Фәрештәләр ниндәй йортҡа инмәй?

Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған мосолмандарҙың йорттары мәсет кеүек. Сөнки улар унда намаҙ уҡый, зекер әйтә, Ҡөрьән уҡый. Ундай йорттар нурлы, яҡты була. Унда килгән кешеләр ҙә күңел тыныслығы таба.

Бындай йорттар Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре менән тула, тип әйтелә. Әммә бөтә йорттарға ла фәрештәләр инәме һуң?

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең (с.ғ.с.) хәҙистәрендә рәхмәт фәрештәләренең ҡайһы бер йорттарға инмәүе тураһында әйтелә.

  1. АТА-ӘСӘНЕ РӘНЙЕТКӘН ЙОРТҠА

Ата-әсәнең күңелен ҡырыу, уларҙы йәберләү, ҡыйырһытыу — ҙур гонаһ. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ата-әсәне рәнйетеүҙең ауыр гонаһ булыуын иҫкәрткән.

  1. ТУҒАНЛЫҠ БӘЙЛӘНЕШТӘРЕН ӨҘГӘН ЙОРТҠА

Туғандары менән асыуланышып, аралашмай йөрөгән кешеләр өсөн был — етди иҫкәртеү. Туғанлыҡты һаҡларға, үпкәләрҙе оноторға, татыулашырға тырышырға кәрәк.

Туғанлыҡ ептәрен өҙөү тормоштағы бәрәкәтте кәметергә мөмкин.

  1. КЕШЕ ХАҠЫНА ИНГӘН ЙОРТҠА

Йәтимдәрҙең малын ашау, кеше мөлкәтен золом менән тартып алыу — ҙур гонаһ.

Һәр беребеҙ уйланайыҡ: ризығыбыҙ хәләл юл менән табылғанмы? Берәй кешенең хаҡына инмәгәнбеҙме?

 4. ЭТ ҺӘМ ЙӘНЛЕ ЗАТТАРҘЫҢ ҺҮРӘТТӘРЕ БУЛҒАН ЙОРТҠА

Хәҙистәрҙә эт һәм йәнле заттарҙың һүрәттәре булған йортҡа фәрештәләр инмәүе тураһында әйтелә.

Балаларҙың, яҡындарҙың фотоларын стенаға элеү, шкафтарға ҡуйыу ғәҙәткә ингән. Уларҙы альбомда һаҡларға ла мөмкин.

Шулай уҡ йорт эсендә эт тотоу мәсьәләһе лә шәриғәттә айырым ҡарала. Йортто һаҡлау өсөн эт тотоуға рөхсәт бар.

5 БЫСРАҠ, НАСАР ЕҪЛЕ ЙОРТҠА

Йортто таҙа тотоу, шәхси гигиенаны һаҡлау — мосолман өсөн мөһим.

Енси яҡынлыҡтан һуң ғөсөл ҡойоноу ҙа дини бурыстарҙың береһе.

Тәмәке, тир һәм башҡа насар еҫтәрҙән йортто таҙа тоторға кәрәк.

Аллаһы Тәғәлә йорттарыбыҙға нур, тыныслыҡ һәм бәрәкәт бирһен! Ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәттәрҙән, насарлыҡтарҙан һаҡлаһын!

Әмин!

Автор: Тимерғәли хәҙрәт Юлдашев.

Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева