Иман
23 Октября , 06:00

Өфөлә Ҡорбан салырға мөмкин буласаҡ

Баш ҡалабыҙҙа киләһе йылда үҙәкләштерелгән ҡорбан салыу урыны булдырыласаҡ. Былндай берҙәм Ҡорбан-үҙәк ҡала мосолмандарына ауылдарына ҡайтмай ғына ғәмәлде башҡарып ҡуйырға ярҙам итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Ҡорбан салырға мөмкин буласаҡӨфөлә Ҡорбан салырға мөмкин буласаҡ
Өфөлә Ҡорбан салырға мөмкин буласаҡ

Баш ҡалабыҙҙа киләһе йылда ҡорбан салыу урынын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.
Ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе Андрей Белов был урынды ҡаланың төньяҡ өлөшөндә төньяҡ автовокзал янындағы майҙансыҡта ойоштороу ихтималлығын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, эстетика һәм хәүефһеҙлек өсөн альтернатив урын эҙләү йәки Өфөлә Берҙәм Ҡорбан-үҙәк төҙөү тураһында уйларға кәрәк.

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, быға яуап итеп, ошо мәсьәлә беренсе тапҡыр күтәрелмәй, тип белдерҙе. Яҡын арала ҡаланың төньяғында ла, көньяғында ла майҙансыҡтарҙың мөмкин булған варианттары әҙерләнәсәк.

2027 йылда Ҡорбан байрамын мосолмандар 16 майҙа билдәләйәсәк.


Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин