Мин Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙ бик динле булды. Шуға ла дин юлында йөрөгән кешеләрҙе һәр ваҡыт ихтирам итәм, хөрмәтем ҙур, әлхәмдүлилләһ. Улар менән әле лә аралашып йәшәйем.
Көҙгө бер көндө өй янындағы эскәмйәгә сығып ултырғайным. Ҡараһам, ҡултыҡлашып бер оло йәштәге пар килә. Иғтибарлабыраҡ ҡараһам, беҙҙең Мәрфуға апайға оҡшаған.
Тик әллә нишләп бөтөнләй үҙгәргән кеүек. Буйы бәләкәсәйеп ҡалғандай, ныҡ ябыҡҡан, үҙе саҡ-саҡ атлап килә. Ә элек Мәрфуға апай оҙон буйлы, бик сибәр ҡатын ине.
Яҡыныраҡ килгәс, ул мине танып:
— Диләрә, һаумы, һеңлем! Һине күрергә тип сыҡтым әле. Бабайыма: «Әйҙә, мине Диләрә һеңлем янына алып бар», — тинем. Әлхәмдүлилләһ, бына бит, һине осраттым! Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр, һине күреүемә бик шатмын. Бабай, һин ҡайта тор, мин Диләрә менән һөйләшеп алайым, — тине лә ирен ҡайтарып ебәрҙе.
Мәрфуға апай бик уйсан күренә ине. Шулай ҙа йөҙөнән ниндәйҙер нур бөркөлөп торғандай тойолдо.
Шунан ул үҙе менән булған хәлдәрҙе һөйләй башланы.
— Диләрә һеңлем, мин бит теге донъяла булып ҡайттым... — тине лә күҙҙәренә йәш тулды.
Мин аптырап киттем. Уны ҡосаҡлап алдым.
Мәрфуға апайҙың ҡаты ауырығанын, хәле бик насар булғанын ишеткәйнем. Шөкөр, ауырлыҡ менән булһа ла, аяғына баҫҡан икән.
— Мин унда, әхирәт донъяһында, Ҡөрьән мәжлестәрендә йөрөнөм... — тине ул.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. Уның һөйләгәндәрен бүлдерергә лә ҡыймай тыңлап ултырҙым.
— Диләрә һеңлем, мин унда мәрхүмдәрҙең был донъялағы кешеләрҙең уйҙарын да, эштәрен дә белеп тороуын аңланым.
Балалары, туғандары мәрхүмдәр рухына Ҡөрьән уҡытырға, мәжлес үткәрергә ниәтләнә икән, был хәбәр уларға ла барып етә.
Әрүахтар өсөн был иң ҙур байрам икән!
Улар шул көндө түҙемһеҙләнеп көтәләр, матур итеп кейенәләр, әҙерләнәләр.
Табын әҙер булғас, әрүахтар бергә йыйылыша.
«Бөгөн минең балаларым, туғандарым рухыма Ҡөрьән уҡый!» — тип бер-береһен ҡосаҡлап, шатланышалар.
Ә өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡтар ожмах ризыҡтарына әйләнә икән.
Ундағы яҡтылыҡты әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Беҙҙең донъяла ундай яҡтылыҡ юҡ. Хатта төндәре лә яҡты!
Был донъяла кеше нимә уйлай, ниндәй ниәт менән йөрөй — барыһы ла унда кино кеүек күренеп тора икән.
Ҡөрьән мәжлесенә кем нисек кейенеп килгән, ниндәй уй-ниәт менән килгән, тәһәрәте камилмы — барыһы ла асыҡ күренә.
Мин унда шул тиклем күп Ҡөрьән мәжлестәрендә йөрөнөм, хатта арып бөттөм.
Теге донъя бар, Диләрә һеңлем, бар ул!
Бер ваҡыт икенсе еңгәм вафат булғас, балалары: «Ярай, атайыбыҙҙың йыллығына бергәләп Ҡөрьән мәжлесе үткәрербеҙ әле», — тип һөйләшкәндәр.
Уларҙың был һүҙҙәре лә теге донъяла ап-асыҡ ишетелеп торҙо.
Шул саҡ мәрхүмә әсәйем миңә:
— Ана, еңгәңде күрәһеңме? Башын эйеп, ҡайғырып ултыра. Мәрфуға ҡыҙым, һиңә ҡайтырға кәрәк. Ҡайт та ҡыҙҙарына ярҙам ит, табын әҙерләп, Ҡөрьән мәжлесе үткәрһендәр. Әсәләре лә, башҡа әрүахтар ҙа шуны көтә. Аталарының йыллығы еткәнсе әле күп ваҡыт бар бит. Ҡөрьән уҡыу уларҙың рухтарын нурландыра, шатландыра, — тине.
Мәрфуға апай бер аҙға тынып ҡалды. Мин дә өндәшмәнем, дауам итеүен көттөм.
— Ә иң ҡурҡынысы — тамуҡ! — тине ул бер аҙҙан. — Миңә тамуҡты ла күрһәттеләр. Шул тиклем ҡот осҡос урын! Аллаһ үҙе һаҡлаһын!
Унан ҡотолоу өсөн намаҙ уҡырға кәрәк. Иң мөһиме — шул!
Ә һуңынан мине ожмахҡа алып киттеләр...
Ундағы матурлыҡты һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөрлөк түгел!
Бөтә сәскәләр тәсбих әйтеп ултыра. Ағас япраҡтары ел иҫкән һайын:
«Ләә иләәһә илләллааһ!» — тип тирбәлә.
Шишмәләр, йылғалар ҙа шул һүҙҙәрҙе ҡабатлағандай сылтырап аға.
Намаҙ уҡыған, зекер әйткән кешеләр болоттар аҫтында, ағас күләгәләрендә ял итеп ултыра.
Ундағы хозурлыҡ, тыныслыҡ, яҡтылыҡ!
Беҙҙең донъяла ундай матурлыҡты бер ҡасан да күргәнем юҡ.
Шунан миңә Сират күперенән сығырға ҡуштылар.
Ул күпер ҡылдан да нәҙек икән. Аҫҡа ҡараһаң, ҡот осҡос!
Уң аяғымды баҫтым, ә һул аяғымды баҫырға ҡурҡам.
Шул саҡ алдыма бер япраҡ килеп төштө.