Иман
22 Октября , 19:05

Ожмахҡа нисек эләгәләр?

Бөгөн йома. Бик фәһемле яҙма уҡыйыҡ, һаҡлап ҡуяйыҡ - беҙҙә күреп, башҡалар ҙа уҡыһын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ожмахҡа нисек эләгәләр?Ожмахҡа нисек эләгәләр?
Ожмахҡа нисек эләгәләр?

Сүллек буйлап этен эйәртеп бер кеше атлап бара, ти. Юл килеп тороп ауыр, ҡояш та ҡыҙҙыра. Тамам хәлдән тайған Аллаһ бәндәһе. Эте лә әлһерәгән.

Ни күрәләр - алдарында оазис. Иҫ киткес матур семәрле ҡапҡалар, ҡойма аша музыка ишетелә, ярығынан сәскәләр күренә, һыу еҫе аңҡып тора.

- Был ниндәй урын? - тип һорай кеше ҡапҡа тышында торған һаҡсынан.
- Ожмах. Һин бит үлгәнһең, хәҙер ожмахҡа инһәң дә була, - ти.
- Һыу бармы унда?
- Күңелең теләгәнсә, фонтандар, бассейн да бар.
- Ашатырҙармы икән?
- Әлбиттә, был бит ожмах. Шартлағансы ашай алаһың!
- Тик минең менән этем бар...
- Ғәфү итегеҙ, эттәр менән инеү тыйыла. Тышта тороп ҡалырға тейеш.

Хәл былайға барғас, әҙәм этенең күҙҙәренә төбәлеп ҡарай ҙа ожмахҡа инеп тормай ары китә.
Күп тә үтмәй, ябай ғына фермаға барып төбәләләр. Бында ла ҡапҡа төбөндә һаҡсы ҡаршы ала.

- Һыу бармы? Һыуһатты, - ти юлсы.
- Әйҙүк, анауында ҡоҙоҡто күрерһең, - ти һаҡсы.
- Ә этемә лә эсерергә буламы?
- Әлбиттә, ҡоҙоҡ янында сеүәтәгә һалып бирерһең...
- Тамаҡ ялғап алғанда ла шәп булыр ине...
- Әйҙә-әйҙә, киске аш әҙер, - ти.
- Ә этемә берәй нәмә табылыр микән?
- Этеңә лә һөйәк кенәһен табырбыҙ, борсолмағыҙ! - ти һаҡсы.
- Был ниндәй урын һуң ул?
- Ожмах.
- Нисек инде? Яңыраҡ матур ғына бер һарайға һуғылып киткәйнек, унда ла ожмах тигәйне һаҡсы?
- Алдай ул! Унда - Йәһәннәм!
- Уларҙың алдаҡтарына нисек түҙеп йәшәйһегеҙ һуң, ожмахтағылар?
- Юҡ, беҙҙең өсөн файҙаға ғына был. Йәннәткә тоғро дуҫтарына хыянат итмәгән бәндәләр генә килеп етә, - тип яуап ҡайтарған һаҡсы.

 

ИНТЕРНЕТТАН.

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова