Инцидент
30 Сентября 2019, 14:56

Кем хаҡлы?

“Беҙгә был маршруттар кәрәк! Улар өс-дүрт минут һайын йөрөй, ә 107-се һәм 108-се автобус маршруттары уларҙы тулыһынса алмаштыра алмай, сәғәткә бер генә йөрөйҙәр, етмәһә, киске сәғәт 8-ҙән һуң гаражға китәләр. Беҙ Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, уларҙы ҡайтанан тергеҙҙек, кәрәк булһа – тағы яҙырбыҙ!”

Пассажир ташыу буйынса тәртип урынлаштырылһа ла, әленән-әле низағтар тыуып тора. Бына был юлы Өфөнән Рим Вәлиев социаль селтәрҙәге “Инцидент” хеҙмәтенә “Ространснадзор”ға булған дәғүәһен белдергән.
Бында һүҙ ике Өфө – Суровка (280-се һәм 284-се) һәм бер Өфө – Миловка (281-се) автобус маршруттары тураһында бара. Был маршруттарҙың һаман да рөхсәтһеҙ эшләүе, йәнәһе, “Спутник” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мәнфәғәтендә башҡарыла, ә ведомство битарафлыҡ күрһәтә.
Рим Вәлиевтең дәғүәһенә социаль селтәрҙә үрҙәге Өфө яны ауылдары халҡы ҡырҡа ҡаршы сыҡты: “Беҙгә был маршруттар кәрәк! Улар өс-дүрт минут һайын йөрөй, ә 107-се һәм 108-се автобус маршруттары уларҙы тулыһынса алмаштыра алмай, сәғәткә бер генә йөрөйҙәр, етмәһә, киске сәғәт 8-ҙән һуң гаражға китәләр. Беҙ Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп, уларҙы ҡайтанан тергеҙҙек, кәрәк булһа – тағы яҙырбыҙ!”
Күп тә тормай, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәсьәлә буйынса яуап бирҙе. “Ведомство тарафынан тәғәйен йүнәлештәге маршруттар билдәләнмәне һәм уларға ошо маршруттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн таныҡлыҡ һәм маршрут карталары бирелмәне. Һанап үтелгән йүнәлештәрҙе 107-се, 112-се, 135-се, 364-се П маршруттары хеҙмәтләндерә”.
Рөхсәтһеҙ пассажир ташыусылар менән көрәш нисегерәк тамамланыр – билдәһеҙ. Әммә шуныһы асыҡ: уларға алмашҡа килгән ташыусылар халыҡ ихтыяжынан сығып эш итергә тейеш. Юғиһә, ысынлап та, алыҫ биҫтәләрҙә һәм ҡала-яны ауылдарында йәшәгән кешеләргә киске сәғәт 8-ҙән һуң такси хеҙмәтенә генә табынырға ҡала...
Читайте нас