Ағиҙел ҡалаһында булды был хәл.
Урындағы халыҡ социаль селтәргә балалар майҙансыҡтарының береһендә уйын ҡулайламаһын боҙоуҙары, уның кеше ғүмере өсөн хәүефле булыуы тураһында яҙып сыҡты.
Ялыуҙы шунда уҡ “Инцидент” системаһы теркәне. Ағиҙел хакимиәтендә хәлде кисекмәҫтән контролгә алдылар, ҡулайламаны өс көн эсендә төҙәтеп тә ҡуйҙылар.
Әйткәндәй, эш бының менән генә сикләнмәне. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тиҙҙән уйын майҙансығы тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ. Уны “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына индерҙеләр.
Яңыртылған майҙансыҡҡа балалар өсөн хәүефһеҙ заманса япма түшәләсәк, уйын комплекстары барлыҡҡа киләсәк, автоҡаласыҡ төҙөкләндереләсәк.