Белорет ҡалаһының Ф. Алексеев урамындағы 39/1-се йорттоң 10-сы подъезында йәшәгәндәрҙең түҙемлеге бөтөп, подъездарының әлеге торошон фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
Мәғлүм булыуынса, подъезды июндә аҡтарғандар һәм бына дүрт ай инде ремонт урынынан ҡуҙғалмай. Ошондай хәлдә ҡалған халыҡ, хәҙер беҙгә нимә эшләргә, тип баш вата.
Республика Башлығының башланғысы менән оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән подъездарҙы ипкә килтереү маҡсатында "Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын һәм инеү урындарын ремонтлау" программаһын ҡабул ителде. Тик, үкенескә ҡаршы, уны үтәү һәр ерҙә лә көйлө, планға ярашлы алып барылмай. Урындағы ҡайһы бер етәкселәр һәм төҙөлөш ойошмалары изге башланғысты бына ошондай сетерекле хәлгә әйләндереп ҡуя шул. Белореттағы подъездағы хәл дә ошоноң сағылышы булып тора ла инде.