Белорет ҡалаһы үҙәгендә бер көтөү берәҙәк эттәр кәзәне талап үлтерә.
Малдың бында нисек килеп сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Тик ҡоторған эттәрҙең күмәк кеше араһында шулай хужа булып, үҙәктә рәхәтләнеп йөрөүе ҡала халҡында күптән ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Кешеләр социаль селтәрҙә күп кенә ялыу яҙған.
Бөгөн кәзәне йыҡһалар, киләһе ҡорбандың яҡлауһыҙ бала булыуы ла ихтимал бит.