Инцидент
14 Октябрь 2019, 20:23

Әле һаман эттәр хакимлыҡ итә

Бөгөн был өйөр ҡаланың 1-се мәктәбе янында үтеп барған кешеләргә, автомобилдәргә ташланған.

Фото һәм видео: "Бәйләнештә".Фото һәм видео: "Бәйләнештә".
Фото һәм видео: "Бәйләнештә".
9 октябҙә Белорет ҡалаһының үҙәгендә – Металлургтар майҙанында берәҙәк эттәр өйөрө кәзәләрҙе талап үлтергәне хаҡында яҙғайныҡ инде.
Белореттар социаль селтәр аша сара күреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итһә лә, урындағы етәкселәр әле һаман битараф ҡала. Бөгөн был өйөр ҡаланың 1-се мәктәбе янында үтеп барған кешеләргә, автомобилдәргә ташланыуын тағы ла видео яҙмаға төшөрөп һалғандар.
Күрәһең, берәй фажиғә булғанын көтәләрҙер. Беҙҙә, ғәҙәттә, берәй хәл булғас ҡына йүгерә башлайҙар.
Читайте нас