Инцидент
15 Октября 2019, 13:10

Юл һәм яҡтылыҡ булырмы?

Нуримандар интернет селтәрен төрлө өлкәләрҙәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн йышыраҡ һәм әүҙемерәк файҙалана башланы. Республика һәм муниципаль власть менән аралашыу өсөн улар рәсми булмаған алымдарҙы файҙалана, “Инстаграм”, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша мөрәжәғәт итә, тормош ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләй.

trialight.rutrialight.ru
trialight.ru
Нуримандар интернет селтәрен төрлө өлкәләрҙәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн йышыраҡ һәм әүҙемерәк файҙалана башланы. Республика һәм муниципаль власть менән аралашыу өсөн улар рәсми булмаған алымдарҙы файҙалана, “Инстаграм”, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша мөрәжәғәт итә, тормош ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләй.
Мәҫәлән, Никольский ауылынан бер ҡатын район үҙәгенә тиклемге юлдың насар булыуына зарлана, ҡасан асфальт түшәрҙәр, тигән һорау бирә. Был мөрәжәғәтте ул төбәк Башлығы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә ҡалдырған. Һорауға Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының баш белгесе Альбина Ғилмийәрова былай тип яуап биргән:
– Ҡыҙылъяр – Яңы Субай автомобиль юлы тураһында һүҙ баралыр, моғайын. Юлдың яртыһына – ҡырсын, икенсе яртыһына ваҡ таш түшәлгән. Юлға әлегә асфальт түшәү планлаштырылмай. Шуға ла уны тәртиптә тотоуға баҫым яһайбыҙ. Һуңғы тапҡыр уны сентябрь уртаһында тигеҙләп сыҡтылар.
Тағы ла бер ханым район үҙәгендәге мәктәптә балаларға һыуып бөткән аш ашатыуҙарына ялыу итте. Бынан тыш, уны Яңы Бүрес ауылы урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе лә борсой. “Инцидент-менеджмент” системаһы “Бәйләнештә” селтәрендәге Радий Хәбировтың сәхифәһендә ошо мөрәжәғәтте теркәне.
– 19 сентябрҙә комиссия Ҡыҙылъяр ауылы мәктәбен уҡыусылар туҡланған мәлдә ике тапҡыр пландан тыш тикшереп сыҡты. Меню республика буйынса берҙәм менюға тап килә, аш ҡайнар, балалар уны тәмләп ашай ине. Уҡыусылар менән аралашҡанда ризыҡтың һыуыҡлығына зарланыусы булманы. Яңы Бүрес ауылында яҡтылыҡҡа килгәндә, әле урамдарға 10 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса республика программаһына ярашлы, 2020 йылда тағы ла 29 яҡтыртҡыс ҡуйырға ниәтләйбеҙ, – тине район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин һорауға яуап итеп.
Күптән түгел Нимесләр ауылында пилорама янында йәшәгән ғаилә Радий Хәбировтың сәхифәһенә урамдарҙың ҡараңғылығы, юлды тракторҙарҙың боҙоп бөтөрөүе, техниканың көн буйы шаулауы, һауаны бысратыуы тураһында яҙып ебәргән. “Ағыулы һауа һуламайынса, ғәҙәти шарттарҙа шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына йәшәргә ине”, – тип яҙа ғаилә ағзалары. Мөрәжәғәткә район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин яуап бирҙе.
Тик ваҡиға бының менән генә тамамланманы. Һуңыраҡ район етәксеһе хәлгә ентеклерәк аңлатма бирҙе. “Нимесләр ауылының Әлмөхәмәтов урамында, ысынлап та, пилорамалар эшләй. Ер участкалары уларға һеҙ йортто һатып алғанға тиклем үк ҡуртымға бирелгән. Бөтә документтары бар. Нуриман районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәс, быйыл апрелдә Әлмөхәмәтов урамында йортоғоҙ янына яҡтыртҡыстар ҡуйылды.
Мөрәжәғәт буйынса “Роспотребнадзор” пилорамалар урынлаштырыуҙың законлылығын тикшерҙе. Асыҡланыуынса, пилорамалар өс участкала урынлашҡан, шуларҙың икеһе ҡуртымға бирелгән, береһе – милек хоҡуғында. Ер биләмәләрен етештереү эшмәкәрлеге өсөн файҙаланыу, уларҙа пилорамалар урынлаштырыу рөхсәт ителгән. Тикшереү барышында етештереү майҙансыҡтарының береһе менән һеҙҙең йорт араһындағы арауыҡ 20 метрҙан кәмерәк булыуы билдәләнгән, был иһә санитария ҡануниәтенә тап килмәй. 2019 йылдың 15 авгусында шәхси эшҡыуар менән осрашып, ҡануниәт талаптарын үтәргә, пилораманы күсерергә тәҡдим иттек. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, “Роспотребнадзор” идаралығы яҡын арала пландан тыш тикшереүҙәр үткәрергә йыйына.
Нимесләр ауылының Әлмөхәмәтов урамына ҡырсын түшәнеләр. “Росреестр” идаралығының Иглин һәм Нуриман райондарындағы муниципаль-ара бүлеге дәүләт инспекторы урынбаҫары һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса ер ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә участка хужаһына етешһеҙлектәрҙе алты ай эсендә төҙәтеү бурысы ҡуйылды”, – тине район башлығы.
Читайте нас