Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
17 Октябрь 2019, 23:12

"Беҙгә көн дә сират күперенән үтергә тура килә"

Шулай ти Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр.

Фото: ic.pics.livejournal.com
Фото: ic.pics.livejournal.com
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе яғына барғанда "Авиаторҙар гаражы", ә халыҡса әйткәндә "Кармашка" тигән туҡталыш бар.
Сипайлово яғынан килеп төшкәндә бер ҡыйынлығы ла юҡ ул, ә бына кирегә китергә кәрәк булһа, оло юлды аша сығырға тура килә ошо тирәлә йәшәгәндәргә. Туҡталышты ҡуйған ваҡытта халыҡтың мәнфәғәте күҙәтелмәгән: йәйәүлеләр өсөн үткәүел дә юҡ, светофор ҙа бик йыраҡта урынлашҡан. Йәштәр йүгереп барып юлды аша сығып, кире туҡталышҡа табан төшә ала ла ул, ә бына аяғы һыҙлаған, һәр аҙымын үлсәп баҫҡан оло кешеләр йүгереп йөрөй алмай шул — улар тураға ынтыла.
"Йәшәгән урыныбыҙ матур беҙҙең: йәшел ҡалҡан оло юлдың саңынан да, шауынан да һаҡлай, эргәлә генә Йылы күл, эсендә ҡыр өйрәктәре йөҙә, балалар өсөн уңайлы майҙансыҡтар ҙа етерлек. Тик бер нәмә боҙа беҙҙең кәйефте – оло юл аша туҡталышҡа сығыу оло проблема булып тора. Светофорға бик алыҫ, шуға машиналар ағымы көслө булһа ла, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бөтә кеше тураға сыға. Ошо тирәлә йәйәүлеләр өсөн үткәүел бик ныҡ кәрәк", – тип яҙа урындағы халыҡтан бер төркөм.
Уларҙың зарын аңларға була, сөнки йыш ҡына йәйәүлеләрҙең тейешһеҙ урындан сыҡҡанда машинанан тапалып йә бәрелеп йәрәхәтләнеүе, хатта үлеүе тураһында ишетелеп тора. Шундай бәлә-ҡазанан, һәләкәттәрҙән һаҡлаусы булып торор ине ул үткәүел.
Читайте нас