Быйыл яҙғы ташҡында Белорет районында Нура йылғаһы ярҙарынан сығып, автомобиль юлын баҫа. Отнурок ауылы балаларын ҡалаға уҡытырға алып китеп барған автобус һыуға ауа яҙа. Ярай, бәхеткә күрә, улар имен-һау ҡотола.
Быйыл көҙгө ямғырҙар мәлендә йылға тағы ла ташып, Отнурок ауылына юлды быуа. Вәғәҙә ителгән күпер әле лә төҙөлмәгән, башлағандар ҙа ташлағандар. Халыҡтың, аңлатма биреүҙәрен һорап, төрлө инстанцияларға яҙыуы, социаль селтәрҙәрҙә ялыу итеүе әлегә һөҙөмтә бирмәй.