Инцидент
18 Октябрь 2019, 10:15

Халыҡты мәктәптә туҡланыуҙың хаҡы һәм сифаты борсой

Мөрәжәғәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә байтаҡ эш башҡарылған. Өфөлә уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү күрһәткесе былтырғы менән сағыштырғанда 28 процентҡа артҡан.

glavarb.ruglavarb.ru
glavarb.ru
Республика Башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе.
Сараның башында граждандарҙың мәғариф өлкәһенә ҡағылған электрон мөрәжәғәттәре ҡаралды. БР Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская әйтеүенсә, халыҡты мәктәптә туҡланыуҙың хаҡы һәм сифаты, мәғариф учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләләре борсой. – Мәктәптә туҡланыу темаһын күтәргәс, проблемаларҙың беҙ уйлағандан байтаҡҡа күләмлерәк булыуын асыҡланыҡ. Мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләргә лә эшләргә, – тине Радий Хәбиров.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев әйтеүенсә, мөрәжәғәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә байтаҡ эш башҡарылған. Өфөлә уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү күрһәткесе былтырғы менән сағыштырғанда 28 процентҡа артҡан.
Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин балаларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу буйынса сығыш яһаны. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов иһә “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
Кәңәшмәлә мәғариф ойошмаларының матди базаһын нығытыу, педагогик кадарҙары әҙерләү мәсьәләһе тикшерелде.
Читайте нас