Белорет районында йәшәгән бер әсә республика Башлығы Радий Хәбировҡа үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ул Белореттағы балалар йортон яптырмау, һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итеүҙе һорай.
"Ярҙам итегеҙ! Балалар бит ғәйепле түгел, улар әле бәләкәй, хәстәрлеккә мохтаж. 80 йыл хеҙмәт иткән йортто 2020 йылдың башынан ябырға уйлайҙар. Етәкселәр имен булмаған ғаиләлә лә сабыйҙарға рәхәтерәк тип иҫәпләй. Коллектив аптырашта ҡалды", - тип яҙа Светлана Агеева.
Былтыр балалар йортон ябыу тураһында һүҙ бөтөнләй булмаған. Йорттоң ҡыйығын ремонтлағандар, яңы ҡиммәтле йыһаздар килтерелгән. Өҫтәүенә был балалар йорто бер нисә районға берәү генә. Хәл асыҡланыу менән уҡыусыларға хәбәр итербеҙ.