Йәкшәмбе көндө Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Ая Зарипова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә “Инцидент” системаһына мөрәжәғәт иткән.
Ул Киров урамында, мәктәп янында ерҙәге ике канализация соҡороноң ҡапҡасы булмауға иғтибарҙы йүнәлтеп, өҫтәренә арҡыс-торҡос таҡта ташланған объекттарҙың фотоһүрәттәрен һалған. Уҡырға йөрөгән балалар өсөн ҡурҡабыҙ тип тә белдергән.
Ая Зариповаға Салауат районы хакимиәте етәксеһе Марс Кашапов яуап биргән. “11 ноябрҙә Мөрсәлим ауылындағы Киров урамындағы люк ябылды. 2020 йылда ауылда торошо ҡәнәғәтләнерлек булмаған тимер-бетон ҡулсаларҙы һәм ҡапҡастарҙы комплекслы ремонтлау планлаштырыла. Әлеге ваҡытта башҡарыласаҡ эштең хаҡы билдәләнә һәм финанс сығанаҡтар эҙләнелә”, – тигән ул.