Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
17 Ноябрь 2019, 15:00

Дауаханала икмәк бирмәйҙәрме?

Ауырыуҙар ҡаңғыра: "Бөтә пациенттар ҙа буфетҡа йәки магазинға сығып йөрөй алмай бит. Ғөмүмән, законлымы был хәл?"

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы пациенттары, туҡланыуҙа сикләүҙәр бар, тип зарлана.
Ауырыуҙар был хаҡта дәүләт власы органдарының электрон ҡабул итеү системаһы аша республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән.
Ялыуҙан күренеүенсә, быға тиклем иртәнге, төшкө, киске ашҡа ҡара һәм аҡ икмәкте даими биргәндәр. Дауаханаға яңы баш табипты тәғәйенләү менән икеһе лә бөткән. Ауырыуҙар икмәкһеҙ ҡаңғыра хәҙер.
“Бөтә пациенттар ҙа буфетҡа йәки магазинға сығып йөрөй алмай, - тиелә мөрәжәғәттә. - Ғөмүмән, законлымы был хәл? Дауахана учреждениеларындағы туҡланыу стандарттарға тап киләме?”
Ялыуҙа яңы баш табиптың диализ бүлексәһе пациенттары өсөн паек биреүҙе туҡтатырға планлаштырыуы хаҡында ла әйтелә. Имеш, Эльза Сыртланова, башҡа бындай бер урында ла ауырыуҙарҙы ашатмайҙар, тип бара. Граждандарҙы баш табиптың ниндәй норматив акттарға таянып эш итеүе ҡыҙыҡһындыра.
Шул уҡ ваҡытта дауахана етәксеһе, туҡланыуҙа сикләүҙәр булырға тейеш түгел, барыһы ла элекке кимәлдә, тип яуап биргән “АиФ – Уфа” хеҙмәткәрҙәренә. Кемгә ышанырға?
Фото: 41ololo.ru
Читайте нас