Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
21 Ноябрь 2019, 17:30

Юлды ҡасан төҙөкләндерерҙәр?

Ойошма килешеү шарттарын боҙҙо, йөкләмәһен үтәмәне

Яңауыл ҡалаһында, айырыуса уның төньяҡ өлөшөндә, йәшәгәндәр әленән-әле Якутов урамындағы автомобиль юлына зарлана. Мәҫәлән, Руслан исемле кеше район хакимиәтенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенә “Ошолай булырға тейешме ни?” тигән һорау ҡуйып, Якутов урамын фотоға төшөрөп ебәргән.
Яңауыл хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лидия Ғәлимова мөрәжәғәткә былай тип яуап бирҙе: “Һеҙ хаҡлы, насар күренеш. Быйыл август аҙағында уҡ юлға асфальт түшәлергә тейеш ине. Тендерҙы Нефтекама ҡалаһындағы “Төҙөкләндереү-1” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеп сыҡты. Подряд ойошмаһында баштан уҡ материалдарға ҡытлыҡ булды. Бер үк ваҡытта ул беҙҙә һәм күрше райондарҙа “Башҡортостан ихаталары” программаһында ҡатнаша ине. Подрядсы Якутов урамының Социалистик урамдан Кутузов урамына тиклемге участкаһына ҡырсын түшәне, тағы ла бер өлөшөнә асфальт һалды. Ойошма эште ваҡытында тамамларға вәғәҙә бирҙе. Тик ҡала хакимиәтенең иҫкәртеүҙәренә, дәғүәләренә ҡарамаҫтан, ул килешеү шарттарын боҙҙо, йөкләмәһен үтәмәне”.
Уның әйтеүенсә, әле подряд ойошмаһы менән килешеүҙе тарҡатыу процесы бара. “Якутов урамын төҙөкләндереү мәсьәләһе киләһе йылға планға ингән”, - тип белдерҙе ҡала хакимиәт башлығы Фирҙәүес Миндийәров.
Фото: yanzori.rbsmi.ru
Читайте нас