Туймазы районының Яңы Бишенде ауылындағы ике урамды ремонтлағандан һуң, унан хәҙер халыҡ машинала түгел, хатта йәйәү ҙә үтә алмай.
Был эште башҡарыу өсөн 890 мең һум аҡса бүленгән. Төҙөүсе ойошма смета буйынса юлға ағын һыуҙар өсөн торбалар һалып, ҡом һәм ҡырсынташ түшәргә тейеш булған.
“Тәүҙә ҡом ҡатнашмаһын юлға бушатып сыҡтылар. Ике аҙнанан ашыу ятты, эште дауам итергә теләгәндәр булманы. Кешеләр автомобилдәрен ҡалдырып, был өйөмдәрҙе йәйәү урап йөрөнө. Ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң, тәрән соҡорҙар ҡалдырып, арлы-бирле итеп тигеҙләп киттеләр. Бүленгән аҡсаны үҙләштерәбеҙ тип ниңә яҡшы юлды боҙорға икән? Ауыл халҡы ғауға күтәргәндәрҙән түгел, бөтәһе лә урынына ултырыр тип түҙә”, – тип яҙғандар республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге диуарына. Шулай уҡ республика бюджетынан ошо юлды төҙөүгә бүленгән аҡсаның нисек файҙаланыуы, килеп тыуған был хәлдә ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәрен тотошона баһа биреүҙәрен дә һорай улар.
Әлегә был мөрәжәғәткә Туймазы район хакимиәтенән: “Яңы Бишенде ауылындағы юлдарҙы ремонтлау буйынса һеҙҙең мөрәжәғәт ҡабул ителде. Һөҙөмтәһе тураһында өҫтәмә хәбәр итербеҙ”, – тип яуап биргәндәр.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.