Инцидент
29 Ноября 2019, 12:15

Һыуһыҙ йәшәп ҡара

Һыуһыҙ бер кем дә йәшәй алмай. Шуға күрә эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә проблемалар тыуһа, кешеләр был турала социаль селтәрҙәр аша етәкселеккә һорауҙарын яҙа башлай.

Һыуһыҙ бер кем дә йәшәй алмай. Шуға күрә эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә проблемалар тыуһа, кешеләр был турала социаль селтәрҙәр аша етәкселеккә һорауҙарын яҙа башлай.
Шулай Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында йәшәгән бер кеше "Инцидент" системаһына ялыу ҡалдырған. “Тәүҙә һыуҙы көнөнә бер нисә сәғәткә һүндерәләр ине, хәҙер иһә өсөнсө көн һыу үткәргестә бөтөнләй һыу юҡ”, тип яҙа ул. Асыҡланыуынса, һыу ауылдың Мәктәп, Ленин, Совет, Баҫыу һәм башҡа урамдарында юҡ икән.
Был мәғлүмәткә район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров яуап бирҙе. “24 ноябрҙә һыу булмауы ремонт эштәренә бәйле. 23 ноябрҙә насос янғайны. Уны алмаштырҙылар, әле һынау эштәре бара. Уларҙан һуң һыу бөтә өйҙәргә лә биреләсәк. Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ”, - тип яҙҙы ул.
Әлеге көндә һыу бөтә йорттарға ла килә.
Читайте нас