Инвалидтар өсөн пандус эшләнмәгән. Хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәһе бар-барлыҡҡа, әммә уныһы буй етмәҫлек юғарыла.
-Килгән һайын кәйеф боҙолоп ҡайта. Асыҡ мөхит тип күпме һөйләйбеҙ, бер үҙгәреш тә юҡ. Ярай әле, донъяла яҡшы изгелекле ирҙәр бөтмәгән, ярҙамлашалар, баҫҡыстан күтәреп мендерәләр, - ти Альбина.
Әммә ведомство хеҙмәткәрҙәре бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған тип ышандырырға тырыша. Беҙ ҙә тикшереп ҡараныҡ һәм бының ысынбарлыҡҡа тап килмәүен асыҡланыҡ. Пандус инспекцияның баш идаралығына инеү урынында ғына бар, уныһы ла кешеләргә уңайлы булһын өсөн эшләнмәгән. Тайғаҡ, тотонор , йәбешер урыны ла юҡ. Пандустар әҙерләү буйынса белгестәр бөтә етешһеҙлектәрҙе асты.
Баҡһаң, район-ара теркәү-имтихан бүлегенә баш идаралыҡ аша инеп була, тик ҡәтғи пропуск системаһы аяҡ сала.
Йәй көнө Өфөләге “Асыҡ мөхит”тең асыҡлығын блогер Рөстәм Нәбиев та тикшергәйне. Егет Омскиҙа казарма емерелеп төшкәндән һуң иҫән ҡалды, тик аяҡтар ғына юҡ... Ул үҙенең поликлиниканы нисек “яулауын” видеоға төшөрөп, кешеләрҙе уйланырға мәжбүр иткәйне.