“Өфө – Яңауыл” трассаһының тағы ла бер ҡараңғы урам сатында – “Урал” магазинына боролған ерҙә яҡтыртҡыс ҡуйылды.
Благовещен ҡалаһынан Екатерина Сысоеваның мөрәжәғәте “Инцидент” системаһына эләкте. Ул социаль селтәрҙә ҡалалағы Юғары Быуа урамының, планға ярашлы, быйыл яҡтыртылырға тейешлеге тураһында яҙа. “Йыл тамамланып килә, урамда яҡтылыҡ булырмы-юҡмы?” – тип зарлана Екатерина.
Был һорауға район хакимиәте башлығы Олег Голов яуап бирҙе.
– “Урал – Яңауыл” трассаһын әкренләп булһа ла, эҙмә-эҙлекле яҡтыртабыҙ. Был юл Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы балансына инә, шуға ла трассаны яҡтыртыуҙы улар хәстәрләй. Ләкин айырым осраҡтарҙа, милексе менән килешеп, бағаналар һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу тураһындағы ҡарарҙы беҙ ҙә ҡабул итәбеҙ. Ҡаланы ике өлөшкә бүлгән юлдың яҡты булыуын теләйбеҙ, шуға ла Юл хужалығы идаралығынан был мәсьәләне көйләүҙе юллаясаҡбыҙ, – тине ул.