Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
6 Декабрь 2019, 17:40

Кемде нимә борсой? “Инцидент” ярҙамға ашыға

Рәймә исемле ҡатын Күл аръяғы менән Эшсе урамдары араһындағы тыҡрыҡҡа иғтибар биреүҙе, уны төҙөкләндереүҙе һорай. Был юлдан балалар мәктәпкә йөрөй икән.

Республика халҡы көнүҙәк проблемаларын хәл итеү өсөн социаль селтәрҙе әүҙем файҙалана. Улар төбәк Башлығы Радий Хәбировтың рәсми сәхифәләренә, район, ҡалаларҙың төркөмдәренә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә.
Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән бер ир Дала урамында бер ваҡытта ла яҡтыртҡыстарҙың булмауына зарлана. Был мөрәжәғәткә Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев яуап бирҙе. Ул урамға яҡтыртҡыс ҡуйылыуы, шулай уҡ Мораҡ ауыл биләмәһе юлдарына 2020 йылда асфальт түшәү планлаштырылыуы тураһында белдерҙе.
Кушнаренко районы халҡы иһә Паширов урамын яҡтыртыу сараһын күреүҙе үтенә. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Альбина Саранова урамда һәм тыҡрыҡта лампочкаларҙың алмаштырылыуы, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылыуы хаҡында хәбәр итте.
Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән Рәймә исемле ҡатын Күл аръяғы менән Эшсе урамдары араһындағы тыҡрыҡҡа иғтибар биреүҙе, уны төҙөкләндереүҙе һорай. Был юлдан балалар мәктәпкә йөрөй икән. “Коммуналь хеҙмәттәр әле был ергә ҡырсын түшәне”, – тип яуап бирҙе уға Өфөнөң Ленин районы хакимитендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы начальнигы Фаяз Мөьминов.
Читайте нас